Билдәле шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваның «Осорҙан осорҙарға» исемле яңы китабы донъя күрҙе

     Күренекле шағирә, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов һәм Рәмзилә Хисемтдинова исемендәге премиялар лауреаты Таңһылыу Ҡарамышеваның «Осорҙан осорҙарға» исемле яңы шиғыр китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡҡа шағирәнең һуңғы ваҡытта яҙылған өр-яңы әҫәрҙәренән торған тематик шиғыр циклдары тупланды. Иғтибарығыҙға уның бер шәлкем шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
                 Таң
Уяна урман йоҡонан,
Мышы ҡуя мышылдап.
Ҡоштар ҡанат киреп ҡуя,
Өкө ҡуя ухылдап.
Ҡарап ала ҡояш асып
Болоттоң сымылдығын,
Күреп ҡала беленер-беленмәҫ
Елдәрҙең ҡыймылдығын.
Алһыулана алыҫ офоҡ,
Ҡыҙарып китә ысыҡ.
Серлеләнә тағы нығыраҡ
Ҡарурмандағы ышыҡ.
Ғишыҡлана тағы нығыраҡ
Күңелем таң атҡанда.
Донъя имле, ғәләм имен
Мышы мышнап ятҡанда.

               Йән
Йән йәннәттә – күбәләктә,
Осоп йөрөй сәскәлә.
Йән йәннәттә – сирәмдәге
Сипелдәк бер бәпкәлә.
Йән йәннәттә – ботаҡтағы
Сутылдаҡ һандуғаста.
Йән йәннәттә – аҡ болоттай
Сәскәле алмағаста.
Йән йәннәттә, туҡтау белмәй
Әйләнә түңәрәктә.
Баҡыйлыҡта, фанилыҡта,
Бер көнлөк күбәләктә.
Ҡорал
Көҙ тигәнем – һарғайған йәй,
Ҡояштың бағышынан.
Ҡыш тигәнем – йоҡлаған көҙ,
Арыған һағышынан.
Яҙ тигәнем – уянған ҡыш,
Онотҡанды яңыртҡан.
Йәй тигәнем – терелгән яҙ,
Гөл-сәскәгә зарыҡҡан.
Бар миҙгел дә – бойомлашҡан,
Ғәмәлгә ашҡан ҡомар,
Донъяның йәшәү сараһы,
Еңеү яулаған ҡорал.

                  Көҙ йәйе
Көҙөм килеп етте тиһәм,
Йәйем китмәгән икән.
Ҡартаймаған, муртаймаған –
Йәнем кипмәгән икән.
Тәҙ(е)рәмдә ут бар әле,
Сырағым бар йәнемдә.
Мейесемдең ҡыҙыуы бар,
Ҡот бар әле өйөмдә.
Һут бар әле еләктәрҙә,
Һөйәктәрҙә елек бар.
Йөрәктәрҙә әүәҫлек бар.
Йәшәтерлек хирес бар.
Күңелемдең яҡтыртҡысы
Ҡыҙҙырып хатта ҡуя.
Балҡып китә күҙ алдарым,
Яҡтырып китә донъя.
Йәшеллеккә сума сүлдәр,
Ҡомдан тиртә шишмәләр.
Ғүмеремде был миҙгел дә
Йәмдән мәхрүм итмәгән.

                   Ағым
Үрҙән түбәнгә ағалар,
Түбәндән үргә түгел –
Үрҙән түбәнгә аҡҡандай
Йылғалар кеүек ғүмер.
Ә түбәндә – диңгеҙлектәр,
Тәрәнлектәр, киңлектәр,
Тауҙай бейек тулҡындарҙа
Ашҡындырғыс тиҙлектәр!
Нисек тейеш, шулай бар(ы)һы,
Донъябыҙ белә эшен,
Ағып барған ғүмеребеҙ
Даръялай булған өсөн!

                   Шиғриәт
Тауышһыҙҙы тауышландыр,
Һағышһыҙҙы һағышландыр,
Эй, шиғриәт, донъяларҙы
Сағыуландыр, баҙыҡландыр!
Өнһөҙлөктө ауазландыр,
Йәшеренде ауыҙландыр,
Эй, шиғриәт, һәр һүҙеңде
Һөтләндерсе, ыуыҙландыр!
Аҙыҡһыҙҙы аҙыҡландыр!
Рухиәткә бағышландыр!
Эй, шиғриәт, һинең менән
Күңелкәйем ҡауышҡандыр.

                        Торатау
Диңгеҙ төбөнән ҡалҡҡандан
Бөгөнгәсә торған ул.
Ҡоро ер тапҡан кешегә
Изге төйәк булған ул.
Таш өйөмө генә түгел,
Тик тау ғына түгел ул.
Тыумаҡ булғас, тормаҡ барын
Раҫлаусы тауыбыҙ ул.
Тыумаҡ башлаған донъяны
Аңлаусы аңыбыҙ ул.
Башҡорт өсөн шундай урын:
Йәненең бер өлөшө,
Күңеленең бөтөнлөгө,
Йөрәк ҡаны тибеше!
Ябырылды Торатауға
Күҙе тонған ҡара дау.
Тағы ла яу халҡыбыҙға...
Һауала тора шаңдау –
Ау!

                  Минут
Туҡтар өсөн ғәрәсәткә
Ҡалғандыр, бәлки, минут.
Ә ул һаман ҡоторона
Мәңге тынмаҫтай булып.
Ошо мәлгә мәңгелектең Күңеле тотош көйөк.
Тынып ҡалған, әжәленә
Бер минут ҡалған кеүек.

      Яңы китап нәшриәттең фирма магазинына һатыуға сығарылды. Магазин адресы: Октябрь проспекты, 2; телефоныбыҙ: 8 (347) 246-09-55; почта аша яҙҙырып алыр өсөн электрон адресыбыҙ: kitapmarket@mail.ru

09.07.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика