Дүртөйлөлә «Балалар әҙәбиәте антологияһы» китабының исем туйы үтте

     20 майҙа беҙҙең Дүртөйлө ҡалаһы Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһында “Балалар әҙәбиәте антологияһы” китабының исем туйы үтте. Был сараға Өфөнән башҡорт балалар яҙыусыһы, тәржемәсе һәм педагог, китаптың төҙөүсе авторы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева, Илеш районынан шағирә, уҡытыусы, журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Зәлифә Кашапова, бөгөнгө көндә Дүртөйлөлә йәшәп ижад итеүсе яҡташтарыбыҙҙан балалар яҙыусыһы, журналист, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың журналистар һәм яҙыусылар союздары ағзаһы Илдус Тимерханов, башҡорт яҙыусыһы, драматург, мәҙәниәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы Мөҙәрис Мөсифуллин, шағирә Светлана Васикова, шағир, Дүртөйлөләге “Тулҡын” ижад түңәрәген ойоштороусы Рафаил Хафизов килгәйне.
     Сара Назар Нәжми шиғырҙары һәм йырҙары менән башланып китте. 2-се класс уҡыусыһы Тимашев Рамазан башҡарыуында “Аҡшишмә” йыры ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде. 6-сы класс уҡыусылары Ғиләжева Азалия, Муллағәлиев Илгар, Гәрәев Роман бөгөнгө көндә заман шауҡымына бирелеп интернет селтәрендә ултырмаҫҡа, ә күберәк китаптар уҡып рухи донъяны байытырға, китапты үҙеңдең тоғро дуҫыңдай яҡын күрергә кәрәклеге тураһында яҙылған үҙҙәренең сценкалары менән сығыш яһаны.
Балалар китабы... Балалар донъяһы... Бала саҡты сағылдырған әҫәрҙәрҙең тәрбиәүи роле баһалап бөткөһөҙ. Өс томдан торған «Балалар әҙәбиәте антологияһы» китабының да илһөйәр, телһөйәр шәхестәр тәрбиәләүҙә әһәмиәте бик ҙур.
УҡыусыларФәрзәнә Ғөбәйҙулинна, Илдус Тимерханов, Мөҙәрис Мөсифуллиндың әкиәттәрен сәхнәләштереп күрһәтте, Зәлифә Кашапова, Светлана Васикова, Әлфиә Әсәҙуллина шиғырҙарын яттан һөйләне.
      Килгән һәр яҙыусы, шағир үҙҙәренең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, үҙҙәренең фекер-теләктәрен балаларға еткерҙе.
Сара “Йәйғор” балалар төркөмө башҡарыуында гимназиябыҙ директоры Гөлшат Нәбиулла ҡыҙы ижад иткән“Бала саҡ” йыры менән тамамланды.
                                                                                                             

                                                                                                                         Ғиләжева Азалия, 6 – сы класс уҡыусыһы







22.05.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика