Дамир Шәрәфетдиновтың яҡты иҫтәлегенә

  Зәйнәб  Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте билдәле шағир, журналист һәм тәржемәсе, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Дамир Шәрәфетдиновтың  иҫтәлегенә арнап, уның авторлығындағы түбәндәге китаптарҙы тәҡдим итә:

“Көн башы һуҡмаҡтары”

   Өфөнөң “Инеш” нәшриәтендә ике телдә донъя күргән “Көн башы һуҡмаҡтары” автобиографик повесында яҙыусы Дамир Шәрәфетдиновтың ижади асылы ике яҡлап та асылған — журналист күҙәтеүҙәре, һығымталары шағир һиҙгерлеге, уның рухи тетрәнеүҙәре менән һуғарылған.

“Төнгө усаҡ”

  Авторҙың күп төрлө ижадының бер нисә яғын – шиғриәтен һәм поэмаларын туплаған был китабы бик нәзәкәтле һәм юғары мәҙәниәтле уҡыусыларҙың зауығына тап килә. Лирик һәм патриотик шиғырҙар, сатира һәм юмор, мәҫәл һәм әкиәти формалар, бөгөнгө заман ҡаҙаныштары хаҡында бәйәндәр – былар барыһы ла китапты бай һәм сағыу йөкмәткеле  итә.
21.02.2021

Возврат к списку