Дини әҙәбиәт

Дини әҙәбиәт

    Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Ислам дине буйынса китаптар һатыуға сыҡты. 

  

             «Ислам дине йолалары» (башҡорт телендә)

    Был китапта ҡыҫҡа ғына итеп Ислам дине нигеҙҙәре аңлатылған. Ислам динен өйрәнергә теләгән кешеләр өсөн башланғыс китап.





         Ризаитдин бин Фахритдин. «Благонравная жена» (рус телендә)

    Күренекле дин әһеле Ризаитдин бин Фәхретдиндең был китабы мосолман ҡатын-ҡыҙы өсөн өҫтәл китабы була ала. Шулай уҡ лайыҡлы ҡатын эҙләгән буйҙаҡ мосолман ир-егеттәренә файҙалы булыр. Китапта нәсихәт рәүешендә инсафлы ҡатынға хас сифаттар барлана.



            

        Илшат Хафизи. «Илаһи мөғжизәләр» (башҡорт телендә)

    Был китапта Ислам диненә бәйле мөғжизәләр тупланған.






Мухаммад Исмаиль. «Благочестие родителям» (рус телендә)

    Баҫма мөһим темаға – ата-әсәләр менән балалар мөнәсәбәтенә арналған.



      

        Сәғит ибн Ғәли әл-Кахтани. «Өшкөрә торған доғалар» (татар телендә)

    Был китапта өшкөрә һәм дауалай торған доғалар тупланған.






         «Мәрхүмдәргә доға ҡылыу тәртибе» (татар телендә)

    Китапта мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатыу тәртибе бирелгән.




    Баҫмаларҙы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347)246-09-55.

14.04.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика