Еңеүҙең 75 яҙын ҡаршылағанда

Еңеүҙең 75 яҙын да ҡаршыларға насип булды. Үкенескә ҡаршы, йылдар үткән һайын, Бөйөк Ватан һуғышын үткән ветерандарыбыҙ һаны  кәмей бара.
Беҙ, йәш быуын, үткән быуаттың дәһшәтле һуғыш тарихы хаҡында китаптарҙан уҡып, телевизорҙа барған фильм, тапшырыуҙар аша ғына беләбеҙ.
Күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан  «Китап» нәшриәтендә башҡорт, рус һәм татар телдәрендә «Еңеүҙең 75 яҙы»  исемле китап донъя күрҙе. Китапҡа башҡорт, рус һәм татар телендә Мостай Кәрим , Тимер Арслан, Хәким Ғиләжев, Муса Ғәли, Ҡадир Даян, Сәләх Кулибай, Хәниф Кәрим, Рамаҙан Өмөтбаев, Мәлик Харис, Зәйнәб Биишева,  Назар Нәжми, Миләүшә (Годбодь) Килмөхәмәтова, Кузьма Локаткин, Азат Магазов, Таһир Таһиров, Хәлит Ғайсин,Әнғәм Атнабаев, Рәдиф Тимершин, Радик Хәкимйәндәрҙың ижад өлгөләре ингән.
Бөйөк Еңеүҙең  75 йыллығына бағышланған был йыйынтыҡҡа күп милләтле халҡыбыҙҙың тиңдәшһеҙ ҡаһарманлығын сағылдырған төрлө жанрҙағы әҫәрҙәр тупланды.
Китапты беҙҙең магазиндан һатып алырға мөмкин. Рәхим итегеҙ!
05.06.2020

Возврат к списку