Нәшриәттә «Еңеү яҙы» аудиокитабы донъя күрҙе

  Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75- се яҙын ҡаршыланы. Ошо уңайҙан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап»  нәшриәтендә күп кенә фәһемле  баҫмалар донъя күрҙе һәм һәм улар тиҙ арала үҙ уҡыусыларын табып та өлгөрҙө.  

  Уҡыусыларыбыҙ иғтибарына «Китап» нәшриәте Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы фронтовик әҙиптәрҙең шиғырҙары тупланған «Еңеү яҙы» исемле аудиойыйынтыҡ тәҡдим итә. Штык үсен ҡәләмгә күсереп,  байтаҡ яҙыусылар яу яланында ла  ижад ялҡынын һүндермәне һәм Еңеү таңын яҡынайтыуға тос рухи өлөш  индерҙе. Был аудиокитапҡа  яҡташтарыбыҙҙың  фронттағы ҡаһарманлығы, тылдағы фиҙаҡәрлеге илһөйәрлек рухындағы 75 шиғыр аша яҡтыртыла.

  Аудиобаҫмала бирелгән шиғырҙарҙы Башҡортостандың халыҡ артистары  Илдар Ғүмәров, Нәғим Нурғәлин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрүәз Урманшин, театр артистары Морат Рафиҡов, Рәмзил Сәлмәнов уҡыны.

  Проект авторҙары – Зөлфиә Ҡарабаева, Олиә Ғиләжетдинова. Төҙөүсеһе Эльвира Яҡупова.  

  Йыйынтыҡ мәктәп уҡыусыларына, студенттарға, уҡытыусыларға, ғөмүмән, башҡорт шиғриәтен яратыусыларға тәғәйенләнә.  Аудиобаҫманы түбәндәге  һылтанма аша инеп тыңларға мөмкин.  

  http://kitap-ufa.ru/information/cheremukhovyy-may-pobedy.php
08.10.2020

Возврат к списку