Етеп килгән Яңы йыл менән, дуҫтар!

Етеп килгән Яңы йыл менән, дуҫтар!

Ап-аҡ ҡарға күмеп бар донъяны,
Ынйы һибеп, сафлыҡ нуры бөркөп,
Өр-яңы ҡыш килде тыуған ергә-
Яңы өмөт тулды күңелгә.

Яңы йылға яңы уйҙар менән,
Саф теләктәр менән инәйек.
Бәхет арбаһына шәп ат егеп,
Тормош үрҙәренә еләйек.

    Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте барлыҡ республика халҡын һәм ҡунаҡтарын етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ихлас ҡотлай! 2017 йылда һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет юлдаш булһын. Тыуасаҡ йылда бар изге хыялдарығыҙ, маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын, һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныс менән үтһен.

         Яңы – 2017 йылды иртәнге көнгә ышаныс, өмөт менән ҡаршылайыҡ.

29.12.2016

Возврат к списку


Яндекс.Метрика