Өфөлә балалар шағирәһе Әлфиә Әсәҙуллинаның юбилей кисәһе үтте

Бөгөн Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире, Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге әҙәби премия лауреаты, балалар шағирәһе Әлфиә Әсәҙуллинаның юбилейына арналған матур осрашыу кисәһе үтте! Осрашыу кисәһенә юбилярҙы ҡотларға, изге теләктәрен еткерергә ҡәләмдәштәре, рухташтары, фекерҙәштәре, замандаштары – билдәле әҙиптәр: Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы һәм шағиры, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Таңсулпан Ғарипова менән Ҡәҙим Аралбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премия лауреаты, балалар яҙыусыһы, тәржемәсе һәм педагог Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов, педагогия фәндәре докторы, балалар шағирәһе Рәмзәнә Әбүталипова, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, шағирә, тәржемәсе, журналист Тамара Искәндәриә, танылған прозаик, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камал, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, шағирә, тәржемәсе Лариса Абдуллина килгәйне.

Әҙәби-музыкаль кисә авторҙың “Китап донъяһы” исемле шиғырын уҡыуҙан башланды. Сараны алып барыусы Мәжит Ғафуриҙың мемориаль-йорт музейы мөдире, филология фәндәре кандидаты, профессор Ғәҙилә Бүләкова юбилярҙың тормош юлын һәм әҙәби-ижад донъяһын байҡаны,  шиғырҙары хаҡында һөйләне. Әлфиә Нәжип ҡыҙының бына инде 30 йылдан ашыу ғүмере Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте менән бәйле. Балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире булараҡ ул үҙе лә шиғырҙар яҙа һәм башҡа әҙиптәрҙең китаптарын донъяға сығарыуҙа ең һыҙғанып олуғ эштәр башҡара. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән исем менән билдәләнгән. Балаларға арнап әҫәр яҙыу тәрән аҡыл, нескә күңел, йор һүҙлелек, оҫта психолог булыуҙы талап итә. Былар - әҙибәнең холоҡ-фиғеленә, эске һәм тышҡы булмышына тулыһынса тап килгән сифаттар ул. Авторҙың ниндәй генә емешле ижадын ҡулға алып ҡарама ("Сайҡала сауҡалар", "Күбәләк күлдәк ҡотлата", "Ҡояшҡа таж кейҙерәм", "Ысыҡлы ҡояш", "Һанашмаҡтар", "Зоопарк килде беҙгә!" һ.б.), һәр береһендә балалар күңеленә юл ярған изге һуҡмағын, кескәйҙәрҙе сафлыҡҡа өндәгән, йөрәктәренә шәфҡәтлек орлоҡтары сәскән хис-тойғоларын күрергә мөмкин. Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусылары әҙибәнең ижад емештәре – шиғырҙарын һөйләп ишеттереүе сараға йәм өҫтәне. Балалар китабы аҙналығы сиктәрендә уҙғарылған сара эстрада һәм халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы Гөлгөнә Рыҫҡолованың һәм Хима Йәнбирҙинаның музыкаль күстәнәсе менән үрелеп барҙы.

Тамашасыларға нәшриәт китап һатыу-күргәҙмәһе лә ойошторҙо. Күргәҙмәлә юбилярҙың китаптары һәм  балалар өсөн яҙылған башҡа бик күп әҙәбиәт тәҡдим ителде.

Сара шиғри ҡәләм оҫтаһы, юбиляр Әлфиә Әсәҙуллинаның китап уҡыусыларына автограф биреүе менән тамамланды.














04.04.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика