Өфөлә балалар йорто тәрбиәләнеүселәре тураһында «Ҡалдырма, әсәй!» спектакле сәхнәләштерелә

Өфөлә балалар йорто тәрбиәләнеүселәре тураһында «Ҡалдырма, әсәй!» спектакле сәхнәләштерелә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса спектакль өҫтөндә эш башланды. Автобиографик әҫәрҙең төп геройы — Ильяс исемле етем малай. Ата-әсәһе вафат булғас, ул балалар йортона, ауыр холоҡло тиҫтерҙәре араһына барып эләгә.

Спектаклде йәш режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштерә. Премьера март айына билдәләнгән. «Әҫәр ҡатмарлы хәлдәргә, ата-әсә наҙының булмауына ҡарамаҫтан, ғәҙел, намыҫлы, үҙ бәҫен белгән һәм ҡуйған маҡсатына ирешә алған кеше булып үҫергә мөмкин икәнлеген күрһәтә», — тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә.

Айгиз Баймөхәмәтов — «Башҡортостан» гәзите журналисы, яҙыусы, Башҡортостандың, Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы һәм Башҡортостандың, Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы. «Ҡалдырма, әсәй!» китабы «Башҡортостандың иң яҡшы башҡорт китабы» VIII республика конкурсы еңеүселәренең береһе булды. 2015 йылда ошо повесы өсөн авторға Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы тапшырылды. Тиҙҙән бөтә республикала китаптың исем туйы үтәсәк.

Читать полностью: http://www.bashinform.ru/bash/810480/#ixzz3ytD8dJBE
01.02.2016

Возврат к списку