ӨФӨЛӘ БАШҠОРТ ТЕЛЕ УҠЫТЫУСЫЛАРЫНЫҢ I СЪЕЗЫ ҮТӘ

10-12 апрелдә Өфөлә  Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I съезы үтә. Сара республиканың 100 йыллығына арнала. «Торатау» конгресс-холына Башҡортостандың һәм Рәсәй субъекттарының дөйөм белем учреждениеларынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының директорҙары, ҡала һәм район хакимиәттәренең мәғариф идаралығы белгестәре һәм методистары, юғары уҡыу йорто вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.


Съезда ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһында, Рәсәй Федерацияһы субъекттарында башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләрен ҡарай, Башҡортостан Республикаһында туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһына тәҡдимдәр индерәсәк.
03.04.2019

Возврат к списку