Өфөлә «Изге ҡулдарҙан китап» акцияһы дауам итә

2019 йылдың 25 ғинуарында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Изге ҡулдарҙан китап» акцияһы эстафетаһын тапшырыу тантанаһы уҙа. Ул Башҡортостандың һәм нәшриәттең ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арнала.
Акцияның төп маҡсаты — йәш быуынды китап уҡыуға ҡыҙыҡһындырыу, шулай уҡ уҡыусыларҙы яңы китаптар менән таныштырыу.
Эстафетаны был юлы Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Стәрле» әҙәби ижад үҙәге етәксеһе, балалар шағирәһе Земфира Муллағәлиева дауам итә. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы» учреждениеһына китаптар тапшыра. Сарала китапхана директоры Әлфиә Әсфәндиәрова, тележурналист, шағирә, Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Хәлисә Мәхәмәҙиева, шағирә һәм журналист, Журналистар союзы ағзаһы Светлана Ғафурова һәм башҡалар ҡатнаша.
Инеү ирекле! Барлыҡ әҙәбиәт һөйөүселәрҙе, китап уҡыусыларҙы көтөп ҡалабыҙ!

В Уфе продолжается акция «Книга из добрых рук»


25 января 2019 г. в 13.00 в фирменном магазине Башкирского издательства «Китап» имени Зайнаб Биишевой (проспект Октября, 2) состоится передача эстафеты в рамках акции «Книга из добрых рук». Она посвящается 100-летию образования Республики Башкортостан и издательству «Китап».
Целью эстафеты является пропаганда национальной книги, воспитание молодого поколения, возрождение интереса к чтению. Участниками акции стали государственные, коммерческие, общественные организации и все желающие. Литература, приобретенная в рамках акции, была передана в детские дома, школы, интернаты, больницы, библиотеки, а также подарена многодетным семьям. На этот раз эстафету продолжает руководитель Литературного творческого центра «Стерля» г. Стерлитамака, детская поэтесса Земфира Муллагалиева. Эстафету примут представители МБУ «Централизованная библиотечная система» ГО город Стерлитамак. На мероприятие приглашены директор МБУ «ЦБС» Асфандиярова Альфия Рашитовна, тележурналист, поэтесса, член Союза журналистов России и Башкортостана, заслуженный работник печати и массовой информации РБ Мухамадиева Халиса (Халиса Райхан) Мударисовна, профессиональная журналистка, член Союза журналистов России, редактор и учредитель "Народной газеты Башкортостана", поэтесса, корреспондент газеты «Истоки» Гафурова Светлана Марсельевна и многие другие.
Вход свободный! Приглашаются все желающие!
24.01.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика