Өфөлә күренекле башҡорт яҙыусыһы Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте

     Бөгөн Өфөлә күренекле фронтовик-яҙыусы, Башҡорт АССР-ының һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, «Кинйә» романының һәм башҡа бик күп әҫәрҙәрҙең авторы Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған "Һиндә ут бар..." тип аталған әҙәби-музыкаль кисә үтте. Өфө дәүләт татар «Нур» театрында шағирҙар һәм яҙыусылар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, яҙыусының яҡындары һәм яҡташтары, уның ижадын үҙ итеүселәр йыйылды.
     Театр фойеһында БР Милли әҙәбиәт музейы һәм Зәйнәб биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторҙо.
      Нәшриәт уҡыусыларға әҙиптең башҡорт һәм рус телдәрендә баҫылып сыҡҡан өс томлыҡ «Кинйә» китабын тәҡдим итте. Сараға килеүселәр шулай уҡ башҡа классик яҙыусыларҙың китаптарын да, балалар әҙәбиәтен дә ихлас кинәнеп алды.
                                    

****

      Ғәли Ғизетдин улы Ибраһимов 1919 йылдың 16 ғинуарында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Утыҙынсы йылдар башында нефть ятҡылыҡтары асылғас, ата-әсәһе менән Ишембайға күсеп килә, бында урта мәктәпте тамамлай. 1937—1939 йылдарҙа ӨФөлә педагогия рабфагында уҡый. 1939 йылда Ҡыҙыл Армияға алынып, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Яуҙарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
1989 йылда 70 йәшендә оло әҙиптең йөрәге тибеүҙән туҡтай.
     Ғәли Ибраһимов 1935—1937 йылдарҙа «Башҡортостан вышкаһы» гәзитендә үҙенең тәүге шиғырҙарын баҫтыра. 1956 йылда уның Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар ҡаһарманлығы хаҡында бәйән иткән «Бер полк кешеләре» исемле тәүге романы баҫыла. Был әҫәр башҡорт әҙәбитендә һуғыш ваҡиғаларын һәм совет һалдаттарының тиңһеҙ батырлығын киң эпик планда һүрәтләүгә йүнәлтелгән тәүге тәжрибәләрҙең береһе була. Артабанғы йылдарҙа әҙип күп хикәйәләр, очерктар, повестар менән бер рәттән «Умырзая йыры» тигән романын да баҫтырып сығара. 1977 йылда яҙыусыға ҙур билдәлелек килтергән «Кинйә» тарихи романының беренсе китабы донъя күрә. Был әҫәре өсөн яҙыусы 1983 йылда Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була. Романдың икенсе китабы 1987 йылда нәшер ителә.


24.04.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика