Өфөлә «Мостай Кәрим китаптарын бергәләп уҡыйбыҙ» проектында ҡатнашыусылар шағирҙың ҡыҙы менән осрашты

Өфөлә «Мостай Кәрим китаптарын бергәләп уҡыйбыҙ» проектында ҡатнашыусылар шағирҙың ҡыҙы менән осрашты

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Мостай Кәрим китаптарын бергәләп уҡыйбыҙ» видео-марафоны дауам итә.

Проектта ҡатнашыусылар «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» автобиографик повесының өҙөктәрен уҡый. Видео-марафон төрлө майҙансыҡтарҙа үтә. Проектҡа теләгән һәр кеше ҡушыла ала.

Әҙип ижадын һөйөүселәрҙең сираттағы осрашыуы Башҡорт дәүләт университетының Мостай Кәрим исемендәге ижадханаһында үтте.

«Беҙҙең ижтимағи әҙәби видео-марафоныбыҙ Мостай Кәримдең алдағы 100 йыллыҡ юбилейына башғышланған. Беҙ уны Ғаилә йылында үткәрәбеҙ, шуға ла тап ошо әҫәрен һайланыҡ, сөнки ул ғаилә ҡиммәттәрен раҫлай, кешенең нисек итеп шәхескә әүрелеүе тураһында һөйләй, — ти Өфөләге ҡала ветерандар советының мәҙәниәт буйынса комиссияһы ағзаһы Светлана Бикбулатова. — Акция республика күләмен алды».

Башҡорт дәүләт университетында үткән осрашыуға халыҡ шағирының ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримова килде. Ул китаптың ижад ителеү тарихы, атаһы менән булған мөнәсәбәттәре, яҙыусының яҡын арала ниндәй китаптары донъя күрәсәге тураһында һөйләп үтте.

«Мостай Кәрим китаптарын бергәләп уҡыйбыҙ» акцияһын ойоштороусы — Өфөләге ҡала ветерандар советы. Марафон 2018 йылдың апрелендә үткән Библиотөндә башланып китте. Шул ваҡыттан алып уға йөҙҙән ашыу кеше ҡушылды, улар араһында — ветерандар, уҡыусылар, студенттар, эшҡыуарҙар, шулай уҡ билдәле кешеләр — сәйәсмәндәр, артистар, телевидениеның алып барыусылары. Уҡыуҙар тамамланғас, видеояҙмалар интернетҡа һалына.
15.10.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика