Өфөлә Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан республиканың иң яҡшы журналистары бүләкләнде

Башҡортостандың баш ҡалаһында, «Башинформ» агентлығының конференц-холында Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы. Йола буйынса 13 ғинуарҙа билдәләнгән байрамға республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, журналистар, нәшерселәр һәм полиграфистар йыйылды.
Башҡортостан Республикаһы Матбуғат агентлығының әйҙәүсе белгес-эксперты Рима Заборских, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто генераль директоры урынбаҫары Гөлназ Ермохина, «Сатурн» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Григорий Кормаков, Краснокама мәғлүмәт үҙәге директоры (баш мөхәррире) Ирина Вәлиева «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы директорының телевидение буйынса урынбаҫары Шамил Ишемйәровҡа, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе Ғәлиә Нәбиеваға (хәҙер «РБК-Өфө»-лә эшләй), «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары – мәғлүмәт программалары хеҙмәте етәксеһе Элла Курильскаяға, «Вся Уфа» продюсер үҙәгенең баш мөхәррире Булат Тереғоловҡа Рәсәй Федерацияһында һайлауҙы ойоштороуҙа һәм уҙғарыуҙа әүҙем ярҙам күрһәткәне өсөн Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһының рәхмәт хаттары тапшырылды.
«Нефтекамск 24» телеканалы «Федерация» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсының «Заман кешеһе» номинацияһында еңеүсе дипломы менән бүләкләнде.
«Республика Башкортостан» гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Нәбиева, «Рәсәй-1 Башҡортостан», «Рәсәй-24 Башҡортостан» телеканалдары хәбәрсеһе Гөлназ Насирова, «Өмөт» гәзите директоры (баш мөхәррире) Радис Ноғоманов, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы телевидение студияһының махсус репортаждар бүлеге етәксеһе Зөлфиә Рәхмәтуллина, «Вся Уфа» телеканалы хәбәрсеһе Эрнест Хәйруллин, «Әбйәлил» гәзитенең баш мөхәррире Әлфиә Хәкимова Рәсәй Федерацияһында һайлауҙы ойоштороуҙа һәм уҙғарыуҙа әүҙем ярҙам күрһәткәне өсөн Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесенең рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Йәмәғәт электрон гәзитенең әҙәби мөхәррире Евгения Сюткина, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, «Октябрьский нефтяник» гәзите хәбәрсеһе Елена Коченкова, «Баймакский вестник» гәзитенең баш мөхәррире Динара Мусина, «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенең баш мөхәррире Мәрйәм Иманғолова Рәсәй Журналистар союзының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Республика журналистар конкурсы еңеүселәре лә билдәләнде.
«Башҡортостан Республикаһы киң мәғлүмәт сараларында ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыу» республика журналистар конкурсы:
Беренсе урын — «Белебеевские известия» гәзите журналисы Ғәлиә Ванюшина (Кәримова), икенсе урын — «Кугарчинские вести» гәзите журналисы Анастасия Пестеха (Васильева), өсөнсө урын — «Асылыкүл» гәзите журналисы Галина Бурдилева. Телеканалдар араһында — «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина, радиоканалдар араһында «Юлдаш» радиоһы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин иң яҡшыһы тип танылды.
Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылын иң яҡшы яҡтыртыуға «Ғаилә палитраһы» республика конкурсы:
Гәзит-журналдар араһында өсөнсө урынды «Шоңҡар» журналы редакцияһы, икенсе урынды — «Ағиҙел» журналы редакцияһы, беренсе урынды — «Башҡортостан» гәзите редакцияһы; баҫма матбуғат саралары араһында өсөнсө урынды «Салауат ерендә» һәм «Бакалинские зори» гәзиттәре редакциялары; икенсе урынды — «Стәрлебаш шишмәләре» һәм «Ашкадарские зори» гәзиттәре редакциялары; беренсе урынды «Октябрьский нефтяник» гәзите редакцияһы алды. Интернет баҫмалар, телевидение һәм радио араһында өсөнсө урын «Ашҡаҙар» радиоһының бүлек мөхәррире Фәнүзә Баһауетдиноваға бирелде, икенсе урынды «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы комментаторы Гүзәлиә Борханова һәм «Бай баҡса» проекты етәксеһе Рәйсә Ҡаҙбулатова (Абдуллина) бүлеште. Беренсе урынды «Башҡортостан» ДТРК-һы, «Рәсәй-24. Башҡортостан» каналының «Ғаилә йылына бағышлана» проекты авторы Елена Мусина (Сергунина) алды.
Киң мәғлүмәт сараларында Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен иң яҡшы яҡтыртыуға республика конкурсы:
Гәзит-журналдар араһында өсөнсө урын «Йәншишмә» гәзите редакцияһына; икенсе урын — «Панорама Башкортостана» журналы редакцияһына; беренсе урын «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы редакцияһына бирелде; баҫма матбуғат саралары араһында өсөнсө урынды «Янаульские зори» гәзите редакцияһы, икенсе урынды — «Асылыкүл» һәм «Инйәр» гәзиттәре редакциялары, беренсе урынды «Киске Өфө» гәзите редакцияһы яуланы; электрон киң мәғлүмәт саралары араһында икенсе урынды Баймаҡ телевидениеһы, беренсе урынды «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева алды.
http://www.bashinform.ru/news/1260673-v-ufe-v-chest-dnya-rossiyskoy-pechati-nagradili-luchshikh-zhurnalistov-respubliki/
15.01.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика