Өфөлә йәнә һәр кем көтөп алған «Йөрәк һүҙе» яңғыраны

Илатты ла, йыуатты ла, илһамландырып осорҙо күккә һәм ҡапыл төшөрҙө тағы ергә "Йөрәк һүҙе - 2018"!!! Гөрләп үтте быйылғы "Йөрәк һүҙе" лә! Тамашасы көтөп алған шиғри бәйге ысын мәғәнәһендә рух байрамына әйләнде! Һәр сығыш, һәр дуэт үҙенсә үҙенсәлекле, иҫ киткес шәп булды!
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының йәш, талантлы, популяр актерҙары Руслан һәм Гөлназ Хайсаровтар – бына кемдәр улар кисәге «Йөрәк һүҙе» проектының еңеүселәре, «Лада-гранта» автомобиленең төп хужалары! Улар Зөбәржәт Йәнбирҙинаның, Лилиә Һаҡмарҙың, Аҫылғужа Баһумановтың шиғырҙарын һөйләп, тамашасының йөрәк ҡылдарын тибрәтте, күңел ялҡынын тетрәтте. Учалынан Фәнил Бүләков Азалина ҡыҙы менән икенсе урынға лайыҡ булды. Йәш шағир үҙе ижад иткән шиғырҙарҙы ҡыҙы менән юғары кимәлдә оҫта башҡарып, һәр кемде хайран итте, йөрәккә үтеп инеп кенә ҡалманы, йөрәкте өттө лә. Өсөнсө урынды иһә Ғәлиә Фәйзуллина менән Эльвина Семенованың дуэттары яуланы. Талантлы шағирә Ғәлиә Фәйзуллина ла уҡыусыһы менән үҙе яҙған шиғырҙарҙы һөйләп, халыҡта милли рух уятты, йөрәктәрҙе дөрләтте, юғарылыҡҡа әйҙәне. Гөлфирә Әхмәтшина ҡыҙы Гөлфиә Ғәниева менән тамашасы һөйөүен алды.
Башҡорт опера һәм балет театрында уҙған шиғри ялҡынлы бәйгелә бөтәһе 12 пар ҡатнашып, башҡорт теленең сихри көсөн, һутын, ҡеүәтен еткерҙе халыҡҡа. Конкурсанттар араһында республикабыҙға билдәле исемдәре менән дан алған музыканттар ҙа, актерҙар ҙа, журналистар ҙа, бейеүселәр ҙә, уҡытыусылар ҙа, шағирҙар ҙа булды. Сәсәниә Розалия Солтангәрәеваны һәм уның улын, скрипкасы Ильшат Мөсәлимовты, билдәле тележурналистар, апалы-һеңлеле Земфира һәм Гүзәл Байбулдиналарҙы, талантлы йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты, актриса Гөлбинә Сафуанованы һәм башҡаларҙы тамашасы тауыш-тынһыҙ тыңланы, көслө алҡыштарға күмде.
Сәхнәнән яңғыраған Рауил Бикбаевтың, Зөбәржәт Йәнбирҙинаның, Рәйес Түләктең, Факиһа Туғыҙбаеваның, Зөлфиә Ханнанованың, Ғәлиә Фәйзуллинаның, Лилиә Һаҡмарҙың, Нурлан Ғәниевтың, Фәнил Бүләковтың һ.б. авторҙарҙың шиғырҙары замана, йәшәйеш, мөхит, тирә-яҡ донъя, тел, ил, милләт кеүек актуаль проблемаларға ҡоролған ине.
Проекттың етәксеһе һәм авторы Наилә Сәфәрғоловаға һәм унда ҡатнашҡан ҡыйыу йөрәкле милләт¬тәштәребеҙгә тамашасы рәхмәт әйтеп, киләсәктә «Йөрәк һүҙе»ндә ҡатнашырға, йөрәктәрендә йөрөткән уй-ниәттәрен еткерергә тигән хыялдар менән таралышты.







18.12.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика