Фәниә Ғәбиҙуллина ижады

Фәниә Ғәбиҙуллина ижады

    «Китап» нәшриәтендә билдәле шағирә Фәниә Ғәбиҙуллинаның шиғырҙар китабы донъя күрҙе.

    Авторҙың «Яҙҙарыма ҡайтам» исемле был йыйынтығына (татар телендә) тормош мәғәнәһе тураһындағы фәлсәфәүи уйланыуҙар, мөхәббәт утында яныу, юғалтыу-табыштар, һөйөнөс-көйөнөс хистәре сағылдырылған шиғырҙар тупланған. Автор ҡатын-ҡыҙға ғына хас ҡайғыртыусанлыҡ менән донъяға күҙ һала, кеше асылының бары тик яҡшылыҡҡа ҡоролоуын раҫлай, һәр кемдең бәхетле булыу һәм кешеләргә файҙа килтереү өсөн йәшәгәнен иҫбатлай.

    Баҫманы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

02.06.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика