Факиһа Туғыҙбаева. Һандуғастың Тыуған иле

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле шағирә Факиһа Туғыҙбаева – бөтөн ғүмерен балалар матбуғатына арнаған әҙибә. “Һандуғастың Тыуған иле” йыйынтығы бик үҙенсәлекле китап – башҡорт телен һәм әҙәбиәтен, этнография һәм тарихты өйрәнеүсе бәләкәстәр өсөн үҙе бер энциклопедия. Китапта барыһы ла бар: шағирә кескәй дуҫтарына туған телдең бөтә матурлығын аңлата, Тыуған ил, ғаилә кеүек изге төшөнсәләр менән таныштыра.
30.12.2019

Возврат к списку