Гөлшат Әхмәтҡужина ижады

Гөлшат Әхмәтҡужина ижады

   Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә билдәле яҙыусы һәм драматург Гөлшат Әхмәтҡужинаның «Бетеү» исемле китабы баҫылып сыҡты.

    Йыйынтыҡҡа авторҙың «Бетеү», «Иблис», «Һаумы, атай!», «Әүермән» повестары, «Үкенесем генә…», «Йәмле йәйҙәр етер инде…», «Һыуынған табын», «Алтын сәғәт» һ.б. хикәйәләре, «Йәшәү менән үлем араһы», «Үҙемә яңы донъя астым» һ.б. эсселары тупланды.

    Яҙыусы үҙенең фәлсәфәүи эссе һәм повестарында, хикәйәләрендә йәшәү һәм үлем, изгелек һәм яуызлыҡ кеүек мәңгелек төшөнсәләргә мөрәжәғәт итә. Китап киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнгән.

    Баҫманы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

16.06.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика