«Иңдәремдә заман хәстәре» исемле «Автограф көнө»нә рәхим итегеҙ!

    2018 йылдың 17 апрелендә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте әҙәбиәт, йыр-моң һөйөүселәрҙе, ҡәләм тибрәтеүселәрҙе «Иңдәремдә заман хәстәре» исемле «Автограф көнө»нә саҡыра. Сарала журналист, шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рәзилә Низамованың «Заман сулышы» (баҫма татар телендә) (http://www.kitap-ufa.ru/catalog/nauchno_populyarnye/dykhanie_vremeni_razilya_nizamova/) китабының исем туйы үткәрелә. Байрамда автор һәм ошо йыйынтыҡҡа ингән абруйлы әңгәмәселәр - дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, табиптар, яҙыусылар, шағирҙар, сәхнә йондоҙҙары, уҡытыусылар, ер хеҙмәтсәндәре менән осрашыу көтөлә.

    Сара нәшриәттең (Октябрь проспекты, 2) тамашасылар залында сәғәт 2-лә башлана.

     Автор менән яҡынданыраҡ танышырға, замандаштарыбыҙҙың уй-фекерҙәрен тыңларға, улар менән ихлас аралашырға ашығығыҙ, дуҫтар!

13.04.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика