Иғтибарығыҙға - "Йәштәр тауышы"

Тап ошо серия аҫтында нәшриәтебеҙҙә былтыр сыҡҡан матур шиғыр йыйынтыҡтары менән таныштырып үтмәксебеҙ. Бына улар - Әнүзә Ғиззәтуллинаның "Гәлсәр күңел", Нәркәс Ҡәйепҡолованың "Йыһанға бағып", Айрат Ғәлиевтең "Яҙмышымдың яҙғы бөрөһө", Морат Солтандың " Төн йырсыһы" исемле китаптары.

Уларҙың һәр береһендә ижад ителгән шиғырҙар яҡты, серле, сихрилыҡтары менән уҡыусыларҙың күңелен арбай. Авторҙарҙың йәшәйешкә, заманға булған ҡараштары, донъяуи ҡиммәттәр, кеше мөнәсәбәттәре тураһында сағыла, мөхәббәткә, матурлыҡҡа дан йырлана. Ҡай берҙәрендә хатта мистика, кеше күңеленең, тормоштоң аңлашылмаған һәм серле яҡтары ла сағыла. Һәр береһе ошоларҙың барыһын түкмәй-сәсмәй уҡыусылар күңеленә еткерә алған.

Йыйынтыҡтар нәшриәт магазиндарында һатыуҙа, сайт аша заказ менән алдырырға мөмкин.
20.01.2022

Возврат к списку