Ислам – сәләмәтлек һәм изгелек дине

   Һуңғы йылдарҙа халыҡтың, шул иҫәптән йәштәрҙең Ислам диненә ныҡлап  килеүе бик ҡыуандыра. Тимәк, иманға килеүсенең тәртибе лә шул иман талаптарына тап килерлек булырға тейеш.
   Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте «Башҡортса дини календарь»ҙың 2020 йылға тәғәйенләнгән яңы баҫмаһын уҡыусылар, дин ҡәрҙәштәребеҙ иғтибарына тәҡдим итә.
   Алдағы йылдарҙағы кеүек үк, календарҙың был баҫмаһы ла халҡыбыҙҙың Исламдың әхлаҡи ҡиммәттәре, дин хөкөмдәре, иман нигеҙҙәре, йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныштырыу маҡсатынан сығып эшләнде.
   Аллаһы Тәғәләгә инаныуҙың иң олоһо намаҙ булыуы һәр беребеҙгә лә мәғлүм. Ошо йәһәттән «Китап» фирма магазины 2016 йылда сыҡҡан «Изге намаҙ» китабын тәҡдим итә.
   Мәғлүм булыуынса, мосолмандарҙың иң изге китабы ул – Ҡөрьән Кәрим. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм  әйткән: «Аллаһы Тәғәләнең китабы Ҡөрьән Кәримгә тотоноғоҙ. Унда һеҙҙән алда үткән өммәттәрҙең тарихы, арағыҙҙа булған мөнәсәбәттәрҙең ғәҙел хөкөмө бар. Ул – етди ҡанун,унда һис бер иғтибарһыҙ ҡалдырыла торған хөкөм юҡ.Ҡөрьәндән башҡа юл эҙләүселәр аҙашырҙар. Ул – Ҡөрьән Кәрим – Аллаһы Тәғәләнең ныҡ ебе. Унан ғалимдар тайпылмаҫ. Ҡөрьән Кәримдең ғәжәйеп мөғжизәләре һис бер ваҡыт бөтмәҫ», - тине.
   Ошо изге Китап һәр бер өйҙә, көн дә уҡыла торған Китап булһын!
   Башҡорт телендә сыҡҡан Ҡөрьән Кәримде  беҙҙең магазинда һатып алырға мөмкин. Бергәләп иман юлында булайыҡ, уны өйрәнәйек һәм башҡаларға ла таратайыҡ!
13.03.2020

Возврат к списку