Изге байрам мөбәрәк булһын!

  Мосолмандарҙың иң ҙур байрамдарының береһе – Ҡорбан байрамына һанаулы ғына көндәр ҡалды.
  Ошо уңайҙан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте төрлө дини баҫмалар менән бер рәттән башҡорт телендә донъя күргән Ҡөрьән Кәрим китабын тәҡдим итә.

  Мосолмандарҙың иң изге китабы ул – Ҡөрьән Кәрим. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: «Аллаһы Тәғәләнең китабы Ҡөрьән Кәримгә тотоноғоҙ. Унда һеҙҙән алда үткән өммәттәрҙең тарихы, арағыҙҙа булған мөнәсәбәттәрҙең ғәҙел хөкөмө бар. Ул – етди ҡанун, унда һис бер иғтибарһыҙ ҡалдырыла торған хөкөм юҡ.Ҡөрьәндән башҡа юл эҙләүселәр аҙашырҙар. Ул – Ҡөрьән Кәрим – Аллаһы Тәғәләнең ныҡ ебе. Унан ғалимдар тайпылмаҫ. Ҡөрьән Кәримдең ғәжәйеп мөғжизәләре һис бер ваҡыт бөтмәҫ».

  Ошо изге Китап һәр бер өйҙә көн дә уҡыла торған булһын!
  Был байрам  мөбәрәк булһын, тормошобоҙҙағы һәр көндө  изге эштәр һәм ниәттәр менән үткәрәйек!
29.07.2020

Возврат к списку