Изге Рамаҙан айыбыҙ мөбәрәк булһын!

      Кисә, 5 майҙа, ҡояш байығандан һуң барлыҡ ислам ғаләме изге айҙарҙың береһе Рамаҙанға аяҡ баҫты. Ошо уңайҙан бөтөн мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙе ихлас тәбрикләп, барыбыҙға ла донъя именлеге, ғаиләбеҙҙә, эшебеҙҙә бәрәкәт, тән һәм йән таҙалығы, иман насип итеүен теләйбеҙ!
    Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте дин ҡәрҙәштәребеҙ иғтибарына изге Рамаҙан айында Ҡөрьән китабын, 2019 йылға тәғәйенләнгән «Башҡортса дини календарь» һәм «Изге намаҙ» китабын тәҡдим итә. Шуныһы һөйөнөслө: Ҡөрьән китабына ҡушымта рәүешендә шулай уҡ дискы ла сығарылды.
     Изге китаптарҙы нәшриәттең фирма магазинынан (Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2) һатып алырға була. Бәйләнеш өсөн телефоныбыҙ: 8 (347)246-09-55;
     Аллаһы Тәғәлә тотҡан ураҙабыҙҙа уҡыған аяттарыбыҙҙы, биргән саҙаҡа һәм фитырҙарыбыҙҙы ҡабул ҡылһын! Рамаҙан айында йөрәктәребеҙ иман нурында нурланһын, йорттарыбыҙ бәрәкәт менән тулһын!
     Изге Рамаҙан айында изге китаптарыбыҙ һәр йортҡа ла барып етһен!


                                       Ҡөрьән Кәрим - 1200 һум;

                                          Изге намаҙ - 70 һум;

                                               Башҡортса дини календарь - 45 һум.



06.05.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика