Ижадсыларға – юғары награда

  Ошо көндәрҙә Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры залында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығын үткәреүҙә үҙ өлөштәрен  индереүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте.

  2019 йылда юбилей йылы бик әүҙем башланды   һәм ваҡиғаларға бай булды:  күп  кенә саралар, осрашыуҙар уҙғарылды, яңы баҫмалар донъя күрҙе, күргәҙмәләр ойошторолдо, театрҙарҙа Мостай Кәрим әҫәрҙәре сәхнәләштерелде, теле-радиотапшырыуҙар эфирға сыҡты.  Иң ҙур ҡаҙаныштарҙың береһе  -  "Һеңлекәш" фильмының донъя күреүе.

  Юбилейҙы  үткәреүҙә халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика кимәлендә уҙғарылған сараларҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашыусыларға әҙәбиәт һәм мәҙәниәт  өлкәһенә ҙур өлөш индереп, намыҫлы хеҙмәт итеүселәргә һәм "Һеңлекәш" фильмында ролдәрҙе башҡарыусыларға  Башҡортостан Республикаһы башлығының рәхмәт хаттары тапшырылды. Улар араһында коллегаларыбыҙ - Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең  баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева һәм нәфис әҙәбиәт бүлеге мөхәррире Эльвира Ниғмәтуллиналар ҙа бар.    

  Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаттарын БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин тапшырҙы.
24.12.2020

Возврат к списку