“Күңел экологияһы” әҙәби кисәһендә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте

Билдәле булыуынса, Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда 2017 йыл экология йылы тип иғлан ителде. Экология йылына республикабыҙҙа бик күп матур саралар, осрашыуҙар үткәрелде һәм әле лә үткәрелә килә.
Кисә, йәғни 2017 йылдың 5 октябрендә, Республикабыҙҙың Милли әҙәбиәт музейы үткәргән әҙәби кисәнең исеме лә «Күңел экологияһы» тип аталды. Кеше күңеленең сафлығын, йәғни күңел экологияһын, кешелек донъяһы менән тәбиғәт араһындағы үҙ-ара бәйлелеге хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә нисек сағылдырылыуын маҡсат итеп ҡуйған сара Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы бинаһында уҙҙы.
Сарала һуңғы осорҙа әҙәбиәттә әүҙем эшләгән, китап уҡыусыларҙы яңынан-яңы әҙәби әҫәрҙәре менән һөйөндөргән ҡәләм оҫталары – шағир һәм прозаиктар Хисмәтулла Юлдашевтың «Һуҡмаҡ», Мөнир Ҡунафиндың «Кешелеккә тоғролоҡ«», Миләүшә Ҡаһарманованың «Бетерә шаршыһы» әҫәрҙәренең исем туйы үткәрелде. Сарала шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары, күренекле прозаик, драматург Таңсулпан Ғарипова, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, әҙәбиәт белгесе Рауил Бикбаев, журналист-публицист, тәржемәсе Хәсән Назар, БР Яҙыусылар союзы рәйесе, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев та ҡатнашты. Сара барышында үрҙә әйтелеп үтелгән әҙәби әҫәрҙәрҙең экранда өҙөктәре күрһәтелде, яҙыусы-шағирҙарҙың тормошо һәм ижады тураһында мәғлүмәт бирелде. Танылған яҙыусылар, шағирҙар менән әҙәбиәт һөйөүселәр, китап уҡыусылар араһында барған йәнле аралашыуҙа әҫәрҙәргә ҡағылышлы һорауҙар бирелде, кеше күңеле һәм тәбиғәт, рухи донъя һәм әйләнә-тирәләге мөхит, халыҡ яҙмышы һәм тарих кеүек ҡайһы бер мәсьәләләр ҙә һөйләшеүҙең төп темаһы булып торҙо.
Мөнир Ҡунафиндың «Кешелеккә тоғролоҡ» хикәйәһен  (“Ағиҙел” журналы, 2017 йылдың 1-се һаны) халыҡ яратып ҡабул итте. Яҙыусының теле оҫта, бай, халыҡ аҡылын (әйтемдәр, ырымдар) уңышлы файҙалана. Ялҡытҡыс һөйләү, һыу буйы һөйләмдәр, ҡабатлауҙар - яҙыусы өсөн ят нәмә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев әйтмешләй: «Кеше психологияһын нескә аңлай һәм бик тәбиғи итеп күрһәтә. Яҙғандары ябай һәм аҡыллы, кешесә һәм уҡымлы. Башҡа бер кем менән дә буталмаҫлыҡ үҙ стилен, аһәңен тапҡан».
Күптән түгел «Китап» нәшриәтендә Хисмәтулла Юлдашевтың «Һуҡмаҡ» исемле китабы һәм шағир ижады хаҡында Рауил Бикбаев былай тине: « …Себерҙәге яҙмышы шағир Хисмәт Юлдашевты эшсе итте, ҡулына еңел ҡәләм урынына ауыр тимер тотторҙо. Ләкин ир-егет һынатманы, эшен намыҫ менән алып китте. Ауыр эштә булғанда ла ижадтан айырылманы, Себерҙәге тормош һынауҙары тураһында уйланыуҙарҙан бик һәйбәт шиғырҙар тыуҙы. Уларҙа хәҙерге башҡорт шиғриәтендә уҡыусылар бөтөнләй күрмәгән үҙенсәлекле донъя асылды».
«Самрау» типографияһында үҙнәшер юлы менән һәләтле ҡәләм оҫтаһы Миләүшә Ҡаһарманованың «Бетерә шаршыһы» тигән повесть һәм хикәйәләр йыйынтығы хаҡында ла матур һүҙҙәр әйтелде, әҫәрҙең иҫ киткес отошло, йәғни исеменә есеме тап килеп тороуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Яҙыусы-шағирҙар менән китап уҡыусыларҙы бергә йыйған матур саранан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте лә ситтә ҡалманы. Ул һатыу күргәҙмәһенә нәфис, балалар әҙәбиәтен, мәктәп, дини, йыртмалы календарҙарҙы күпләп алып барҙы. Сарала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар үҙҙәренең күңеленә оҡшаған китаптарҙы һатып алды. Бигерәк тә, 2017 йылда нәшриәттә сыҡҡан шағир-прозаик, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың, билдәле шағир, республикабыҙҙың Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Хисмәт Юлдашевтың, «Киске Өфө» гәзитенең журналисы Миләүшә Ҡаһарманованың китаптарына кисәгә йыйылыусылар авторҙарҙан автографтар алып һөйөндө.


06.10.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика