Күлсумғанға ни булған. Әлфиә Әсәҙуллина

З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә Әлфиә Әсәҙуллинаның кескәй уҡыусыларға тәғәйенләнгән “Күлсумғанға ни булған” исемле шиғырҙар, әкиәттәр китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡҡа ингән әҫәрҙәрҙең төп темалары - Башҡортостаныбыҙҙың һоҡланғыс тәбиғәте, уның киләсәк яҙмышы тураһында уйланыуҙар, шаян бала саҡ, мәктәп йылдары.

«Тыуған-яғымдағы ер-һыу атамалары мине һәр саҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Бала сағымда өләсәйем, күрше-тирә балалары, апай-ҡустыларым менән емеш-еләк йыйырға йөрөнөк, атай-әсәйемдәр менән дә тәбиғәт ҡосағына сығырға форсат табыла торған ине. Ер-һыу атамаларына бәйле ваҡиғалар, өлкәндәрҙең уларҙы ҡыҙыҡлы итеп һөйләүҙәре күңелгә һеңеп ҡалған. Үҫеп килеүсе йәш быуын араһында  ер-һыу атамаларына ҡыҙыҡһыныу уятыу, әҙме-күпме уларҙың килеп сығышы менән таныштырыу маҡсатында, ер яҙмышы йәштәр ҡулында икәнлеген аңлатырға тырышыу өсөн дә яҙылды был китап.
Туған тәбиғәтебеҙҙең гүзәллеге кескәй саҡтан мине һоҡландырҙы, ғәжәпләндерҙе, илһамландырҙы. Тәбиғәт күренештәренең һәр төрлөһө хаҡында ла шиғырҙар байтаҡ. Үҙен уратып алған донъяла төрлө хәл-ваҡиғаларҙы бала нисек ҡабул итә, унда ниндәй кисерештәр тыуа – кескәй ҡыҙҙың әсәһенә биргән һорауҙары ошо хаҡта һөйләй.
Һәр кемдең күңелендә яҡты утрау булып ҡалған мәктәп йылдары, тормошобоҙҙа көндән-көн нығыраҡ урын биләй барған компьютерҙы ла сама белеп ҡулланыу, егәрленең ҡулы ете тип, һөнәр һайлағанда ла күңелгә ятышлыһын, яратҡанын табыу кәрәклеге, әкиәттә – хәҡиҡәт, тип, тормошобоҙҙа әкиәттең ысынбарлыҡ менән ярышлап барыуы, күп нәмәгә күҙҙе асыуы тураһында ла бәйән ителә шиғырҙарҙа.
Матурлыҡҡа ынтылыш, тыуған ергә, туған телгә һөйөү уятыу, уның ни тиклем ҡәҙерле икәнлеген, үҙ телеңдә һөйләшкән кешенең рухи яҡтан ныҡ, бай күңелле булып үҫеүен дә аңлатырға тырышыуҙан тыуҙы был “Күлсумғанға ни булған ” тигән шиғри йыйынтыҡ»
                        Әлфиә Әсәҙуллина
______________________________________
В Башкирском издательстве «Китап» имени З. Биишевой вышла книга стихов и сказок Альфии Асадуллиной «Что случилось с Кульсумган» на башкирском языке, адресованная детям. Основная тема вошедших в сборник произведений – красота природы родного Башкортостана, размышления о ее будущей судьбе, счастливое детство, школьные годы.
05.11.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика