Күп ҡырлы аҫылташ

     “Күп ҡырлы аҫылташ”, – тип яҙҙым да аптырап ҡалдым – дөрөҫ әйттемме? Һәр сағыштырыу аҡһай, тиҙәр. Бәлки, аҫыл егеттер? Аҫыл егет, ялтырауыҡ ҡыҙ. Быныһы килешмәҫ кеүек. Беҙҙең халҡыбыҙ баҫалҡы, әллә мәүешме? Хәҙерге заманда үҙеңә төртөп күрһәтмәһәң, танымайҙар, башыңды ҡалҡытмаһаң, шәйләмәйҙәр. Бәлки, шулайҙыр.

     Мин дә, геройым ише, фәлсәфәгә төшөп киттем, һүҙ уйнатыуға... Ә Рәсүл Сәғитов атлы уҙаман шулай етди хикәйәләрендә жонглерҙарса (Лариса Абдуллина билдәләмәһе) һүҙ уйната, фәлсәфә һата, хатта ки әҫәрҙең төп фекер ебен онотоп та ҡуяһың; ә әҙәби тел, нормаға һалын­ған синтаксис яғынан ҡарағанда, геройыбыҙ китап теленең һүҙҙәр тәртибен, йәғни синтаксисын аяуһыҙ боҙа, һүҙҙе, телмәрҙе үҙ ыңғайына бора, төрлө инверсиялар яһай. Миҫалмы?

     “Хәҙер” тиелгәс: “Ә... элек улай булғанмы икән ни?” – тигән һорау ҙа ҡалҡырға хаҡлылыр. Ҡалҡһын, әммә бынан ошоғаса тәртипһеҙлек хөкөм һөрөүе лә аңлашылмаһын: бығаса ла әллә ни хаттин ашыл­маһын”.

    “Шуға күрә ҡырғараҡ кейәүгә сығыу асыҡ хуплана, алыҫтаныраҡ килен алып ҡайтыу йәшерелмәй маҡтала. Кисәге-бөгөнгө туй, ике арала байтаҡ – илле саҡрымлыҡ алыҫлыҡта ятҡанға ла, шулай уғата күркәм шикелле”.
“– Бер заман ҡунаҡта булын­ғайны”.

     Ысынлап та, әллә ул артист-жонглермы: һүҙҙәр менән уйнай, телмәрҙе ғәҙәтиерәк, халыҡсаныраҡ итә, халыҡ һөйләшенә – тәбиғи башҡорт тел­мәре айышына ҡайыра. Рәсүл Сәғитов, баҡтиһәң, ысын һүҙ оҫтаһы икән дә, ысын башҡорттоң һөйләше маһиры (был тәбиғәте уны Башҡорт­остан радиоһына алып килә, шунда ул телмәрҙең бөтә айыш-бөгөлөш­тәрен ҡуллана, үҙен тыймайынса иркен итеп башҡортса һөйләшә – быны ауыҙ тултырып һөйләшә тип тә атайҙар. Тартынып, үҙен сикләп-нитеп тормай, туған телдең бөтә мөмкинлектәрен файҙалана). Башҡорт тыңлаусыһы, радионы асһа, быға үҙе лә инана ала – Рәсүл “Юлдаш” радиоһының ижтимағи-сәйәси һәм нәфис программалар бүлеге етәксеһе, әүәл телевидениеның ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар берекмәһе етәксеһе ине... Артабан, биография юлдарын ғына һанай китһәң, ете проза йыйынтығы авторы... “Күк томан” (1998), кескәйҙәр өсөн “Дөрөҫ һүҙ” (2009), “Донъя йәме” (хикәйәләр) (2010), “Ямғырҙан һуңғы ҡояш” (хикәйәләр) (2011), “Имен-аман тороғоҙ!” (2013), “Алтындан алдын мәсьәлә” (2017), “Словом красен человек” (2017).

    Мәҫәлән, “Донъя йәме” йыйын­тығында ул хикәйәләрен етдигә, хикмәтлегә һәм балалар өсөнгә бүлә. Етдиҙәренән “Зәңгерләү”, “Асыу һәм хөрмәт”, “Сират” хикәйәләре оҡшаны. “Сират”та ла ул һүҙ уйната, үҙенең башҡорт теленең-телмәренең маһи­ры икәнен таныта. “Тормошо, гел аҡһайыуға осрап тик йөрөгән машина хужаһылай, сатай-ботайыраҡ бара шул. Дөрөҫөн ярғанда – ер, мал эшенә барымы юҡ, бейегерәк, бөйөгөрәк эштәр эшләргә ярал­ғанмын, хуш, ауылым, тип сығып китеүен-китте, ә ҡалаға ысын мәғәнәһендә барып етмәне әле ошоғаса...”
Рәсүлдең теленә-телмәренә иҫ китә, халыҡтың шул саҡлы тел, күңел байлығын үҙенә һеңдергән, шуны әле уҡыусыһына кире ҡайтара.

    “Хикмәтле хикәйә” тип нарыҡлан­ғандары еңелерәк уҡыла, тиҙерәк ҡабул ителә – һәр береһе айырым биҙәк, аҫылташтың бер ҡыры. Һүҙ уйнатыу, уның, күренештең әллә ниндәй мәғәнәһен табыу. Автор хикәйәләүе менән автор фекере яҡыныраҡ, фәлсәфә һатыуы ялҡыт­май. Быларҙы тик Рәсүл Сәғитов ҡына шулай яҙа ала, был Рәсүл Сәғитовтың ғына табышы.

     Үҫмерҙәр өсөн хикәйәләр – бөтөнләй икенсе донъя. Мин, мәҫәлән, уның ише кескәйҙәр тураһында шулай кесе булып яҙа алмаҫ инем. Уның ише уларҙың эсенә инеп ултырып, улар булып уйнап, фекерләп...

    Рәсүл Сәғитов – журналист, эйе, был турала һөйләгәйнек. Рәсүл Сәғи­тов тағы – фотограф, автоһәүәҫкәр, сәйәхәтсе, интернет киңлектәрен гиҙеүсе. Ул компьютерға, смартфонға маһир... Тағы – гармунсы, йырсы, хатта хоккей, футбол көйәрмәне. Башҡортостандың атҡаҙанған матбу­ғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙ Хөкүмә­тенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемен­дәге премияһы лауреаты. Әллә күпме радиоспектакль, күп сериялы телевизион документаль фильмдар авторы. Ғөмүмән, күп ҡырлы аҫылташ, аҫыл егет.

    Бер заман телевидениела уларҙың “Арыҫлан” ир-егеттәр клубы тапшырыуҙары популярлашып киткәйне.
Әҙип, журналист, фотограф, автоһәүәҫкәр, интернет эшмәкәре... Йәнә аптыратҡаны Рәсүлдең урыҫ телендә лә яҙыуы булды. Әйткәндәй, шуның бер матур һөҙөмтәһе булып Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Словом красен человек” исемле русса йыйынтығы донъя күрҙе. Тәржемә түгел. Һуңғы осорҙа Рәсәйҙә барған бөтә сәйәси хәлдәргә анализ яһала (Рәсүл БДУ-ла филология факультетын тамамлауы менән бергә Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академия­һының юридик факультетын ослаусы ла бит әле). Китапта киң мәғлүмәт сараһы – радиожурналистикаға ҙур иғтибар бүленә, башҡорт теленең дәүләт теле сифатында йәшәүгә хаҡлылығы күп сығанаҡтар, дәлилдәр менән нығытыла. Өҫтәүенә башҡорт журналисы Мәскәүҙең “Журналист”, “Журналистика и медиарынок” ише ҡалын журналдары менән хеҙмәт­тәшлек итә, имеш, вәт һиңә мә! Бөрйәндән сыҡҡан егет – күп ҡырлы аҫылташ! Әлбиттә (тағы үҙем, үҙебеҙҙең быуын менән сағышты­рам), Рәсүл атлы әҙибебеҙ – әҙәбиә­тебеҙҙең бөгөнгөһө, иртәгәһенә булған өмөтө – журналистика менән уғата мауыға, хатта һуңғы бөтә китаптарына ла тиерлек (“Имен-аман тороғоҙ!” (2013), “Словом красен человек” (2017), “Алтындан алдын мәсьәлә” (2017) мәҡәләләрен, журналистика тураһында фекерҙәрен, интервьюларын индерә. Был, бер яҡтан, яҡшы. Рәсүл Сәғитовтың китаптары мәҙәниәтебеҙҙә шул яғы менән айырылып тора, ләкин шул уҡ ваҡытта оттормайбыҙмы икән? Күп яҡлы аҫылыбыҙ башҡортсаға ла оҫта, урыҫса ла төплө. Беҙҙең мәҙәниәтебеҙ шул күп төрлөлөгө менән матурҙыр, биҙәклелер. Бер төрлөлөк һәр ваҡыт төҫһөҙлөккә илтә, ә Рәсүл Сәғитов шундай, уны башҡорт әҙәбиәтендә, башҡорт журналистикаһында бүтән берәү менән дә бутап булмай. Ул – шундай, ул – Рәсүл Сәғитов, күп ҡырлы аҫылташ. Йәки башҡортомдоң аҫыл егете!


Автор: Ринат КАМАЛ

https://bash.rbsmi.ru/articles/sh-khest-r/k-p-yrly-a-yltash/


15.05.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика