Күптәр яратып уҡыған китап

Күптәр яратып уҡыған китап

    «Китап» нәшриәтендә күптәр яратып уҡыған әҫәрҙәрҙең береһе «Йыртҡыс ҡаны» повесы һатыуға сыҡты.

    Күренекле яҙыусы Гөлнур Яҡупованың был повесында кеше һәм тәбиғәт араһындағы мәңгелек бәйләнеш, бәғзе әҙәми заттарҙың йыртҡыслығы, ҡырағай януарҙарҙың миһырбанлығы хикәйәләнә.

    «Йыртҡыс ҡаны» хаҡында күренекле яҙыусы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әмир Әминев бына нимә ти:

– Һәр әҙәби әҫәргә ҡуйылған төп талаптарҙың береһе – уҡымлылыҡ. Әҫәр уҡымлы, ул үҙ эсенә тартып индерә, мауыҡтыра.

    Икенсе мөһим нәмә – тел. Гөлнур Яҡупова үҙенең телде, тәбиғәтте, фольклорҙы, әйтем-мәҡәлдәрҙе, юрауҙарҙы яҡшы белеүен күрһәтә һәм быны киң ҡуллана. Урынлы ,шул уҡ ваҡытта самалап, тәмен белеп ҡуллана.

    Повестың өсөнсө ылыҡтырғыс яғы – интеллект юғарылығы. Тасуирлауҙы автор бер ҡасан да «ергә» үк төшөрмәй, үтә ябайлаштырмай, әҫәрҙең башынан аҙағынаса юғары кимәлдә тота.

    «Йыртҡыс ҡаны» – ҡанлы, фажиғәле повесть, ләкин уның яңғырашы трагик түгел. Әлбиттә, Һәҙиәнең күргән-кисергәндәре бер нисә кешегә етерлек, ләкин автор әҫәр туҡымаһын гел генә ҡара буяуға манмай, бындай ауырлыҡтар һәр кемдең башына төшөүе ихтимал, тип фекер йөрөтә, герой донъяһына фәлсәфәүи ҡарай. Шуныһы мөһим: яҙыусы натурализмға бирелмәй, күп осраҡта теге йәки был ситуацияға ишара ғына яһай. Һөҙөмтәлә, тасуирлау бер епкә теҙелеп, береһенән-береһе үҫеп сығып, береһен-береһе тултыра бара. Быны әҙәбиәтте нескә аңлаған, ижади потенциалы юғары булған автор ғына эшләй ала.

    Тәбиғәт менән әҙәм балаһының бер бөтөн булыуын нәфис әҙәбиәттә күрһәтеү, быға акцент яһау, кешеләрҙең күпселегендә тирә-яҡ мөхиткә вәхшиҙәрсә ҡараш булған бөгөнгө заманда бигерәк тә мөһим.

    Китапты нәшриәттең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.


27.04.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика