Күренекле башҡорт шағиры, журналист һәм публицист, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовты иҫкә алыу кисәһе үтте

Бөгөн БР Милли әҙәбиәт музейы филиалы Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында күренекле башҡорт шағиры, журналист һәм публицист, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева, Сергей Чекмарёв, Рәми Ғарипов, Фәтих Кәрим, Мәжит Ғафури, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һәм Назар Нәжми исемендәге премиялар лауреаты Ирек ағай Кинйәбулатовты иҫкә алыу сараһы һәм шағирҙың тыуыуына һикһән йыл тулыу айҡанлы З. Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап»нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан «Бер йәшәргә тыуҙым» исемле өр-яңы китабының исем туйы уҙғарылды. Сараға әҙиптең ҡәләмдәш дуҫтары, уның ижадын һөйөүсе китап уҡыусылары, яҡташтары, дуҫтары һәм туғандары йыйылды.
Сараны Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев асты. Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Республика Милли китапханаһының «Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге» мөдире Айгөл Буранғолова шағирҙың «Бер йәшәргә тыуҙым» исемле шиғырын һөйләп ишеттерҙе. Яңы ғына баҫылып сыҡҡан китаптың төҙөүсеһе, мәрхүмдең әҙәби мираҫы буйынса комиссия рәйесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай замандашы, рухташы, ҡәләмдәше Ирек Кинйәбулатовтың башҡорт әҙәбиәтенә индергән тос ижады хаҡында һөйләне, шиғриәтенә байҡау яһаны, китабына ингән әҫәрҙәре буйынса мәғлүмәт бирҙе.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, күренекле прозаик, драматург, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова, Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, Башҡортостан «Диңгеҙселәр» ойошмаһының пресс-секретары Ринат Иҡсанов, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, шағирә Лариса Абдуллина, шағирҙың бер туған һеңлеһе Рәйсә Нагорная, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Илһөйәр Ғизетдинова, Ҡырмыҫҡалы районы вәкилдәренең «Яҡташтар» ойошмаһҙы етәксеһе Фәнил Ҡоҙаҡаев шағир хаҡында яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште, хис-тойғоларын уятты, хәтирәләрен яңыртты.
Шағирҙы иҫкә алыу һәм китап туйы кисәһен БР Милли музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкова алып барҙы.
13.07.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика