Күренекле шағир Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы нәшриәттә яңы китап – «Һайланма әҫәрҙәр» донъя күрҙе

Күренекле башҡорт шағиры Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы нәшер ителгән «Һайланма әҫәрҙәр» китабына шиғырҙары, сонеттары, поэмалары тупланды.
Авторҙың был әҫәрҙәрендә башҡорт халҡының рухи ныҡлығы, үҙ илен, тыуған төйәген мөкиббән яратыуы, тоғролоғо асыҡ сағыла.
Китапты төҙөүсе автор Миләүшә Ҡолмөхәмәтова «Былбылдарҙы һайратыр шағир» мәҡәләһендә шуларҙы яҙа: «Яҡуп Ҡолмойҙоң  «Һайланма әҫәрҙәр»енең ниндәй генә бүлеген алма, унда яҙиптең төрлө йылдарҙа ижад ителеп, бешеп еткән алмалар төҫлө өлгөргән, аҡыл һәм хис тулы, фәлсәфәле әҫәрҙәре тупланды. Уларҙа әҙип тыныс тормош, мөхәббәт, мәңгелек, йәшлек, үткән ғүмер һәм тормош асылы хаҡында уйлана, йыш ҡына хәтирәләргә бирелә. Әҫәрҙәренең теле ябай һәм уҡымлы, шағир һүҙ менән оҫта эш итә».
Йырҙар, сонеттар, поэмалар һәм шиғырҙар тупланған баҫма тиҙҙән «Китап» нәшриәтенең фирма магазинына һатыуға сығарыла.
Йыйынтыҡ БР Хөкүмәте ярҙамы менән баҫтырылды.

***
Шиғриәт доньяһына Яҡуп Ҡолмой иртә килә. Уның тәүге әҫәрҙәре баҫмала 1936-сы йылдарҙа уҡ донья күрә. «Аҙым» исемле тәүге шиғырҙар китабы 1940 йылда баҫылып сыға. Бар ғүмерендә уның 20-нән ашыу шиғыр һәм поэма йыйынтығы баҫылып сыға.
Башҡортостандың бөтә билдәле композиторҙары ла тиерлек (Х. Ш. Заимов, З.Ғ.Исмәгилев, Р. М. Хәсәнов. Т.М Шәрипов, Х. Ф.Әхмәтов һәм башҡалар) уның һүҙҙәренә көй яҙған. Киң таралған йырҙарының һаны йөҙ илленән артып китә.
«Фронтовик уйҙары» (1942), «Күңел ҡояшы» (1990), «Йәшлек хаттары», «Уралым», «Былбылым», «Тыуған илем», «Томбойоҡ бүләк итмә», «Бәхет йыры» кеүек һәм башҡа бик күп йырҙары айырыуса халыҡлашып китте, ҡайһы берҙәре һаман моң һөйөүселәрҙе һөйөндөрә.
«Яуҙа сыныҡҡан йәшлек» тигән әҫәре танк экипажының ҡаҡшамаҫ дуҫлығын күрһәтә.
«Яҡташ» тигән героик поэмаһында Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың үлемһеҙ батырлығын күҙ алдына баҫтыра.
«Хаттар һөйләй» тигән трагик әҫәре лә тәрән кисерешле. Унда ҡыйыу лейтенант Ғәйфүштең аты менән бергә һәләк булыуы һүрәтләнә.
«Яҡты эҙ» поэмаһында иһә санитарка ҡыҙ образы күңелде яулап ала.


31.08.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика