Көтөп алынған сара

Көтөп алынған сара

    Бөгөн Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә билдәле яҙыусы Лира Миңләхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева менән осрашыу үтте. Лира Яҡшыбаева – халҡыбыҙҙың рухи остаздары Ғабдулла Сәйеди, Мөжәүир хәҙрәт, Мөхәммәтсабир хәҙрәт, Әбйәлил ишан, Шәмсетдин хажи, Зәйнулла ишан хаҡында китаптар авторы.

                                   

     Сараға Лира Миңләхмәт ҡыҙының ижадын һөйөүселәр йыйылды. Улар араһында ололар ҙа, урта быуын кешеләре лә, йәштәр ҙә булды. Йылы, ихлас аралашыу барышында экология, әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре, изгеләр, уларҙың йәмғиәттә тотҡан урыны хаҡында йәнле фекер алышыу барҙы. Ҡунаҡтар яҙыусыға үҙ ваҡытында мәҙрәсәләр тотоп, ғилем таратҡан, табиплыҡ иткән рухи етәкселәребеҙгә арналған китаптары өсөн ҙур рәхмәтен еткерҙе һәм оло йөрәкле әҙибә менән һоҡланыуын белдерҙе.

        Лира Миңләхмәт ҡыҙы тыңлаусыларға тәүге әҫәрҙәре тураһында һөйләп үтте, әлеге мәлдәге һәм  артабанғы ижади пландары менән уртаҡлашты. Сара һуңында автографтар ҡуйып, йыйылыусыларға рәхмәтен әйтте.

    Килгән ҡунаҡтарға нәшриәттән бүләккә 2017 йылға Мосолман календарҙары таратылды.


05.04.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика