Күҙ йәше аша көлөү

Күҙ йәше аша көлөү

    Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә билдәле яҙыусы-сатирик, журналист Венер Исхаҡовтың ҡағыҙ һәм электрон вариантта «Өй эйәһе» исемле китабы донъя күрҙе.

    Әҙиптең был китабына һуңғы йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәре тупланды. Йәмғиәтебеҙҙәге етешһеҙлектәрҙе шул тиклем ябай, һәр кешегә аңлайышлы итеп яҙыуы менән алдыра автор. Уның  юмористик хикәйәләре ҡоро күңел асыуға, ауыҙ йырыуға түгел, ә ғибрәтле хәл-ваҡиғалар аша тормоштағы мәҙәни, әхлаҡи етешһеҙлектәрҙе фашлауға ҡоролған. Был йыйынтыҡ әҙәбиәт һөйөүселәр күңелендә лайыҡлы урын алыр тигән өмөттәбеҙ.

    Баҫмаларҙы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

10.04.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика