Кесе һәм урта йәштәге мәктәп балалары өсөн Нажиә Игеҙйәнованың «Һандуғас моңо» исемле яңы китабы донъя күрҙе

Ҡәҙерле бәләкәй дуҫтарыбыҙ! Хәләл, хәрәм, аҙаш һүҙҙәренең нимә аңлатҡанын белгегеҙ киләме? Белгегеҙ килһә, Нажиә Игеҙйәнованың сағыу төҫлө һүрәттәр менән биҙәлгән, бай йөкмәткеле, мауыҡтырғыс мажараларға бай «Һандуғас моңо» исемле китабын уҡығыҙ. Был йыйынтыҡтан һеҙ халҡыбыҙҙың батыр һәм аҡыллы улдары – Салауат Юлаев, Арыҫлан Мөбәрәков тураһында белерһегеҙ, тормош-көнкүрештән алып яҙылған әкиәттәр менән танышырһығыҙ, әкиәт-пьесаларҙы уҡып, урмандағы дуҫтарыбыҙ хаҡында яңы мәғлүмәттәр алырһығыҙ, ә инде «Аҡбәкәл», «Башҡорт аты» хикәйәләренән аттарҙың кешегә килтергән файҙаһы тураһында ҡыҙыҡһыныуығыҙҙы арттырырһығыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, Нажиә Игеҙйәнованың был яңы китабын үҙегеҙгә, һеңлегеҙгә, ҡустығыҙға йәки дуҫығыҙға бүләк итергә теләһәгеҙ, Өфө ҡалаһы Октәбрь проспекты, 2 адресы буйынса урынлашҡан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап»  нәшриәтенең фирма магазинына килегеҙ. Был китапты һеҙ шулай уҡ рәсми сайтыбыҙ (http://www.kitap-ufa.ru) аша ла яҙҙырып ала алаһығыҙ. Белешмә өсөн телефоныбыҙ: 8 (347) 246-09-55  Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!
***
Китап БР Хөкүмәте ярҙамы менән баҫтырылды.
06.07.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика