Кескәй дуҫтарыбыҙға – матур китап

  Китап уҡыусыларыбыҙға сираттағы һөйөнөслө хәбәребеҙҙе еткерәбеҙ:  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә  кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн  башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә “Өс дуҫ” исемле  баҫма донъя күрҙе.

  Өс телдә тәҡдим ителгән башҡорт халыҡ әкиәте балаларҙы яҡшынан яманды айырырға өйрәтә, насарлыҡтың тарҡаулыҡҡа килтереүен, үҙ-ара татыулыҡтың берҙәм булырға ярҙам итеүен күрһәтә.

  Тап Яңы йыл каникулында был әкиәтте  ғаилә менән уҡырға мөмкин. Китап тышындағы махсус  QR-код аша ҡушымтаны күсереп, әкитәт персонаждарын  йәнләндереп  ҡарау тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ һәм мауыҡтырғыс итәсәк.

  Матур һүрәттәр менән биҙәлгән был китап бүләк булараҡ та барыһының да күңеленә хуш килер. Уны нәшриәттең фирма магазиндарынан  һатып алырға мөмкин.
29.12.2020

Возврат к списку