Кескәй дуҫтарыбыҙға - сираттағы баҫма

  Земфира Сәхипова уҡыусыларыбыҙға ғалим-педагог, уҡыу әсбаптары, дәреслектәр, методик ҡулланмалар  һәм кескәйҙәр өсөн нәшир ителгән «Ҡуян да хәйлә ҡорған», «Нимә ул матур нәмә?», «Күк япраҡтар» китаптар  авторы булараҡ таныш.

  Күптән түгел Земфира Ғизетдин ҡыҙының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә сираттағы кескәйҙәр өсөн  китабы донъя күрҙе. Был китапта  авторҙың тыуған ер, тәбиғәт һәм тормош көнкүрешен һүрәтләгән шиғырҙары ла, төрлө мәҫәлдәр, мәрхәмәтлеккә әйҙәүсе фәһемле хикәйәләре менән бер рәттән ҡыҙыҡлы, тапҡыр йомаҡтар һәм һанашмаҡтары тупланған.

  Китаптың һәр бите сағыу, матур һүрәттәр менән биҙәлгән,  эсендәге шиғырҙар һәм башҡа әҫәрҙәр шундай мауыҡтырғыс һәм еңел итеп яҙылған, ҡулға алыу менән тиҙ арала уҡып сығырға мөмкин.

  Баҫма бөгөндән беҙҙең магазиндарҙа һатыуҙа. Рәхим итегеҙ!
29.10.2020

Возврат к списку