Кескәй дуҫтарыбыҙға- яңы баҫмалар

  Мәғлүм булыуынса, донъяла барған хәл-ваҡиғаларға бәйле, мәктәп уҡыусылары  быйыл  каникулға иртәрәк сыға. Ошо маҡсаттан  йәй  айҙарында  иғлан иткән   #балаларға_каникулда  исемле рубрикабыҙҙы дауам итәбеҙ. Иғтибарығыҙға - Таңсулпан Ғарипованың «Ҡарлуғастар» һәм Салауат Кәримдең «Тыуған йорт йылыһы»  исемле яңы ғына донъя күргән  китаптары.  

   Таңсулпан Ғарипова. Ҡарлуғастар.

  Башҡорт халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың  был китабына уның төрлө йылдарҙа  балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәре тупланды.

  Китап кесе йәштәге балаларға , мәктәп йәшендәге уҡыусыларға тәғәйенләнә.

  Салауат Кәрим. Тыуған йорт  йылыһы (Тепло родного дома).

   Яҙыусының тормошсан һәм фәһемле  хикәйәләре аша  кескәй дуҫтарыбыҙ  беҙҙе уратып алған  донъяны аңларға, өлкәндәр  менән балалар мөнәсәбәтенә, тәбиғәтте яратыу һәм һаҡлау  серҙәренә  өйрәнә.
«Тыуған йорт йылыһы» -  әҙиптең һигеҙенсе китабы.

  Был китаптар бөгөндән Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте магазиндарында һатыуҙа. Рәхим итегеҙ!
14.10.2020

Возврат к списку