Кескәйҙәр өсөн

Кескәйҙәр өсөн

   Билдәле яҙыусы Фәнис Янышевтың «Көрмөт һандуғасы» китабында «Хөкөмсө өкө», «Көрмөт һандуғасы», «Ысын дуҫтар» һәм башҡа әкиәттәре, «Аждаһа», «Әрһеҙ йән» исемле хикәйәләре, уларҙың рус теленә тәржемәләре бирелде.
    Китап йәш уҡыусыларҙа тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй, төрлө йәнлек, ҡоштарҙың ҡылыҡтары аша изгелек, дуҫлыҡ төшөнсәләрен аңлата, бөтә тере йән эйәләренә ихтирамлы ҡараш уята, кескәйҙәрҙе мауыҡтырғыс һәм фәһемле әкиәт иленә әйҙәй.
    Кесе һәм урта йәштәге мәктәп балаларына тәғәйенләнә.
    Баҫманы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.
29.09.2016

Возврат к списку