Кескәйҙәр өсөн китап

Кескәйҙәр өсөн китап

   «Китап» нәшриәтендә балалар өсөн «Балыҡсы итектәр» тигән өр-яңы китап нәшер ителде. Баҫманың авторы шағир Рамай Ҡаһир. Сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән, сифатлы аҡ ҡағыҙға баҫылған китап бәләкәстәр өсөн файҙалы һәм матур бүләк буласаҡ.

    Әҙиптең был китабында башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадынан мәҡәл-әйтемдәрҙе, фразеологик берәмектәрҙе оҫта ҡулланып ижад ителгән шиғырҙар, хикәйәләр, бала саҡ хәтирәләре урын алған.

    Баҫманы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

16.06.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика