Кескәй уҡыусыларға

Кескәй уҡыусыларға

    «Китап» нәшриәтендә билдәле яҙыусы, драматург Кәбир Аҡбашевтың балалар өсөн «Ҡояшты кем уята?» исемле китабы донъя күрҙе.

    Яҙыусының был китабына балалар өсөн шиғырҙары, шиғри әкиәттәре һәм хикәйәттәре индерелде. Шиғри әҫәрҙәрҙә кешенең бөйөклөгө, үҙ-ара мөнәсәбәт хикмәттәре, тәбиғәттең илаһилығы, изгелектең яуызлыҡҡа ҡаршы көрәше, мөхәббәт алдында ҡара көстәрҙең еңелеүе, ғөмүмән, йәшәйештә матурлыҡҡа ынтылыштар тасуирлана.

    Баҫманы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

06.07.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика