Хәрефтәр һөйләшә

Кескәйҙәрҙең аң - кимәлен үҫтереү, китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында башҡорт телендә китаптар даими нәшер ителә.
Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында   Рәмил Ғимраниҙың «Хәрефтәр һөйләшә» исемле балалар китабы бөгөндән һатыуға сыҡты.
Автор алфавиттың һәр хәрефенә яҙылған шиғырҙарын кескәй дуҫтары иғтибарына тәҡдим итә.
Был китап мәктәп йәшендәге, башланғыс кластарҙа уҡыусы балалар, уларҙың ата-әсәләре, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре, башланғыс кластар һәм тел уҡытыусылары, әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн тәғәйенләнгән.
19.05.2020

Возврат к списку