Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәр!

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте коллективы һеҙҙе Рамаҙан айы тамамланып, Ғыйҙел-Фитыр – Ураҙа байрамы етеүе менән тәбрик итә! Хоҙай тәғәлә изге Рамаҙан айында тотҡан ураҙаларыбыҙҙы ҡабул ҡылһын! Бөтәбеҙгә лә һаулыҡ, бәхет һәм тыныс тормош насип булһын! Күк йөҙөбөҙ аяҙ торһон!
Был байрам барлыҡ дин тотоусылар өсөн рухи камиллыҡҡа ирешеүгә ынтылыу символы булып тора. Тәрән мәғәнәгә эйә әлеге байрам кешеләрҙә исламдың рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрен тәрбиәләй, күңелдәрҙә миһырбанлыҡ, ата-бабаларыбыҙ, халҡыбыҙ ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡарата ихтирам һәм хөрмәт хистәре уята. Ураҙа байрамы игелекле эштәр башҡарыу, мохтаҗдарға ҡарата ҡайғыртыусанлыҡ һәм игелек күрһәтеү менән билдәләп үтелә, кешеләрҙең камиллыҡҡа ынтылыуын кәүҙәләндерә.
Барлыҡ дин тотоусыларға күркәм сабырлыҡ, ураҙаны иҫән-һау тамамлауҙарын теләйбеҙ! Көтөп алынған Ураҙа байрамын яҡындарығыҙ эргәһендә ҡаршылағыҙ. Барлыҡ ислам дине тарафдарҙары өсөн изге һаналған әлеге көн шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай булһын, күңелдәрегеҙгә тыныслыҡ һәм гармония, ғаиләләрегеҙгә именлек һәм татыулык алып килһен!
***
Нәшриәттең фирма магазины (Октябрь проспекты, 2) ял һәм Ураҙа байрамы көндәрендә китап уҡыусыларын, әҙәбиәт һөйөүселәрен түбәндәге эш графигы буйынса көтөп ҡала:
14.06.2018: 09.00 – 19.00 сәғәткә тиклем;
15.06.2018: 09.00 – 19.00 сәғәткә тиклем;
16.06.2018: 10.00 – 20.00 сәғәткә тиклем;
17.06.2018: 10.00 – 20.00 сәғәткә тиклем;

Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 246-09-55.
14.06.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика