Халҡыбыҙ ҡомартҡылары

  Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан  “Китап”  нәшриәтендә “Башҡорт халыҡ ижады XIV том. Бөйөк Ватан һуғышы фольклоры”  исемле йыйынтыҡ донъя күрҙе.

  Был том Башҡорт халыҡ ижадының бай ғына өлөшөн тәшкил иткән  Бөйөк Ватан һуғышы фольклоры әҫәрҙәренән төҙөлдө. Төрлө йыйынтыҡтарҙа донъя күргән традицион  жанрҙарға ҡараған әҫәрҙәр менән бер рәттән, тәүләп баҫтырылғандары ла байтаҡ. Айырыуса хәтирәләр, хаттар, көләмәстәр, шиғырҙар  бүлектәрендәге материалдар шундайҙарҙан.

  Китапҡа материалдар жанрҙар буйынса индерелде. Инеш мәҡәләлә һүҙ барған осор фольклорын яҙып алыу, баҫтырып сығарыу, өйрәнеү тарихы һәм ҡайһы бер жанрҙар, уларға ҡараған әҫәрҙәр хаҡында мәғлүмәттәр, күҙәтеүҙәр бирелде. Китаптың аҙағында аңлатмалар һәм сығанаҡтар күрһәткесе урын алды.

  Баҫма ошо көндәрҙә магазиндарға һатыуға сығасаҡ. Рәхим итегеҙ!
15.09.2020

Возврат к списку