Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы дин әһелдәре хаҡында китап

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы дин әһелдәре хаҡында китап

    Лира Яҡшыбаеваның Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «Халҡыбыҙ изгеләре» китабы – рухи камиллыҡҡа ынтылыусылар өсөн ҙур табыш. Был баҫма халҡыбыҙҙың арҙаҡлы дин әһелдәре – ишандары, әүлиәләре хаҡында бәйән итә. Йыйынтыҡҡа ингән изгеләр үҙ ваҡытында мәҙрәсәләр тотоп, ғилем таратҡандар, табиплыҡ иткәндәр, халҡыбыҙҙың рухи етәкселәре булғандар.

Китапта түбәндәге изгеләр хаҡында мәғлүмәт тупланған:


  

    Ғабдулла Сәйеди (Шәйех Ғабдуллаһ Сәйеди әл-Бөрйәни әл-Һаҡмари; 1836–1914) – егерменсе быуаттың иң уҡымышлы башҡорттарының береһе, Башҡортостанда ғына түгел, бәлки, барлыҡ төрки телле илдәрҙә киң танылыу тапҡан оло шәхес. Фарсы, ғәрәп, төрөк телдәрендә иркен уҡый-яҙа белгән, ун дүрт телдә һөйләшә алған полиглот, мәшһүр мәғрифәтсе. Уны ер-һыу серҙәрен белгән ғалим тип атағандар.



  

    

   Мөжәүир хәҙрәт (Сиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улы; 1876–1967) – Манһыр әүлиәһе, халыҡ табибы, күрәҙәсе һәм дин әһеле. Бала сағында йәйғор нуры аша уға Аллаһы Тәғәләнән суфый шәйехтәренә, әүлиәләргә һәм изгеләргә Юғарынан бирелә торған һәләт – кәрамәт бирелә. Мөжәүир хәҙрәт күҙ ҡарашы йәки тыны менән өрөп, кешеләрҙе һауыҡтыра алған. Үҙенә килеүселәрҙе ул алдан күреп, белеп торған, юлда бик йонсоп килеүселәр булһа, күптәрен юлда уҡ сәләмәтләндергән.




   

   

   Мөхәммәтсабир хәҙрәт (Халиҡов Мөхәммәтсабир Ғәбделхалиҡ улы; 1854–1931) – заманының данлыҡлы мәғрифәтсеһе, әүлиәлеге, кәрамәттәре, төрлө-төрлө хикмәттәре, табиплығы менән бөтә мосолман донъяһында ҙур абруй ҡаҙанған дин әһеле.





  

    Әбйәлил ишан (Ғәбделйәлил Ҡанһөйәров; 1766–1831) – Ғафури районы Сәйетбаба ауылы мөдәррисе, шул уҡ ауылда мәсет имамы була. Уның хайран ҡалырлыҡ кәраматтары тураһында байтаҡ риүәйәттәр һаҡланып ҡалған.




   

     Шәмсетдин хажи (1861–1931) хәҙрәт бик уҡымышлы, дингә бирелгән, ике тапҡыр хаж ҡылған мулла була. Дини ғилемдән башҡа тарихты, сәйәсәтте, географияны яҡшы белгән. Дауалау ҡөҙрәтенә, им-том итеү оҫталығына ла бик шәпле булыуы билдәле. Халыҡ хәтерендә бик мәрәкәсел, шаян тәбиғәтле, йор һүҙле кеше булараҡ һаҡланған. Күҙ ҡарашы үткер, арбау көсөнә эйә булған. Теләгән бер кешеһен күҙ ҡараштары менән арбап, үҙенә ылыҡтырып торған.




   Баҫманы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246‑09‑55.



12.01.2017

Возврат к списку