Халҡыбыҙ ынйылары

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә әленән-әле  төрлө жанрҙағы һәм йүнәлештәге әҙәби баҫмалар донъя күреп тора.  Бөгөн китап уҡыусыларыбыҙ  иғтибарына  республикабыҙҙың халыҡ шағирҙарының китаптарын, улар яратып уҡыған әҫәрҙәрҙе тәҡдим итәбеҙ.

  Назар Нәжми. Һайланма әҫәрҙәр,  II,III,IV томдар.

  Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең  был әҫәрҙәренең  II томында төрлө йылдарҙа тәржемә ителгән шиғырҙары, поэмалары, дүрт юллыҡтары һәм  тәржемәләре тупланһа, III томында әҙәбиәт һәм мәҙәниәт донъяһы, талантлы шәхестәр хаҡында уйланыуҙары, замандаштарына һәм ватандаштарына бәйләнешле  публицистик һәм әҙәби мәҡәләләре, иҫтәлектәре тупланды. «Талантлы булыу өсөн Хоҙай биргән генә етмәй, ул таланттың ниндәй замандарҙа һәм шарттарҙа йәшәүен, хатта ки бәндәүи ғүмеренең йәшәү рәүешен күҙ алдынан ебәрергә ярамай», - тип раҫлай ул, һәм уҡыусылары алдында тәрән кисерешле, үткер ҡәләмле публицист булып баҫа.
IV томда шағирҙың замандаштарына һәм ватандаштарына бәйле публицистик  һәм әҙәби мәҡәләләре, иҫтәлектәре һәм төрлө йылдарҙа яҙылған пъесалары тупланды.

  Мостай Кәрим. Әҫәрҙәр, VI,VII,VIII, IX, X  томдар.

  Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим «Әҫәрҙәр» енең VI томында  авторҙың төрлө йылдарҙа яҙылған  замандаштары тураһында хәтирәләре, фәлсәфәүи уйланыуҙары, әҙәби  һүрәтләмәләре тупланды. VII томында  1940 – 1990 йылдарҙа башҡорт һәм рус телдәрендә  ижад ителгән һайланма публицистик яҙмалары булһа, VIII томында авторҙың төрлө йылдарҙа  башҡорт-татар  матбуғаты баҫмаларында донъя күргән һәм уның шәхси архивында ҡулъяҙма көйө һаҡланған сығыштары, телмәрҙәре, әңгәмәләре индерелде. IX  томында авторҙың  үткән быуаттың  һуңғы йылдарында – яңы дәүер  баштарында яҙылған мәҡәләләре,  рус телендә сығыштары,  телмәрҙәре (1951 – 2004), әңгәмәләре (1951-2004), монологтары индерелде. X томына иһә төрлө йылдарҙа яҙылған  көндәлектәре, хаттары тупланған.

  Тимер Йосопов. Һайланма әҫәрҙәр. Шиғырҙар.

  Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев  исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Тимер Йосоповтың  «Һайланма әҫәрҙәр»енең  IV томына  авторҙың ғүмер һуңында яҙылған, әммә бер ҡайҙа ла баҫылмаған әҫәрҙәре йыйылды. Улар халыҡсанлығы,  образлы, милли колоритлы, кинәйәле  булыуы менән айырылып тора.

  Рауил Бикбаев. Һайланма әҫәрҙәр, VI том.

  Башҡортостандың халыҡ  шағиры Рауил Бикбаевтың  алтынсы томына уның кеше яҙмышы һәм заман ағышы хаҡындағы  уйланыуҙары -  һуңғы йылдарҙа яҙылған  шиғырҙары, фәлсәфи парсалары, «Граждандарҙы ҡабул итеү көнө» тигән  поэмаһы,  хәҙистәрҙең  дауамы һәм яңы мәҡәләләре инде.



22.07.2020

Возврат к списку