Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған байрам үтте

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған байрам үтте

    Бөгөн, 1 июнь, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте хеҙмәткәрҙәре балалары өсөн байрам ойошторолдо. Сарала 3 йәшлек сабыйҙан алып 14 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр ҡатнашты.

    Иртәндән нәшриәттә станоктар геүләүенә шат малай һәм ҡыҙҙар тауышы ла ҡушылды. Кескәйҙәр һүрәт төшөргән арала олораҡтары предприятиеның тирә-яҡ мөхитте һаҡлау инженеры Роза Әүзәх ҡыҙы Ғәниева етәкселегендә нәшриәт цехтары буйлап экскурсия үтте. Үҫмерҙәр китап нәшер итеү эшенең барлыҡ этаптары менән танышты. Экскурсия барышында улар ҡағыҙ әҙерләү цехын инеп күрҙе, баҫмаларҙы версткалау эше, фотоһүрәттәрҙе эшкәртеү тәртибе менән танышты, производство ҡалдыҡтарын кәметеү өсөн хеҙмәт иткән китап баҫыу формаһы эшләү ҡулайламаһын яҡындан күрҙе, ҡағыҙ ҡырҡыу, фальцовкалау, китап тышлау кеүек типографик процестар хаҡында белде.

    Экскурсия тамамланғас, үҫмерҙәр дөйөм һүрәт төшөрөү эшенә үҙ өлөшөн индерҙе, кескәйҙәр ҙә буш торманы: шаярҙы, көлдө, әйлән-бәйлән уйнаны, нәшриәт хеҙмәткәрҙәре ҡарамағында әкиәттәрҙән өҙөк сәхнәләштерҙе (әйткәндәй, был мауыҡтырғыс уйынға үҫмерҙәр ҙә ихлас ҡушылды).

    Нәшриәт әҙерләгән татлы һыйҙан ауыҙ иткәс, барлыҡ балалар һәм ата-әсәләр алдан иғлан ителгән һүрәттәр һәм ҡулдан яһалған әйберҙәр конкурсына йомғаҡ яһау тантанаһына йыйылды. Был конкурс Экология йылына арналып, йәш ижадсыларҙың тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләһенә ҡарашын сағылдырҙы. Барлыҡ һүрәттәр һәм әйберҙәр йөкмәткеле, сағыу, матур булыуы менән ҡыуандырҙы.

    Саҡырылған ҡунаҡ БР Экология министрлығы вәкиле Гөлнара Энгель ҡыҙы Мансурова 3 конкурс эше авторын Маҡтау ҡағыҙы менән билдәләп үтте. Конкурста ҡатнашҡан балаларҙың бөтәһе лә нәшриәт директоры Илһам Миңлеғәле улы Йәндәүләтов ҡулынан Маҡтау грамотаһы һәм бүләктәр алды.

    Шулай итеп, нәшриәт тарафынан ойошторолған күркәм байрам балаларға күтәренке кәйеф һәм яңы тәьҫораттар бүләк итте.


       

      

     

    

    

    

    

   

   


01.06.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика