Халыҡ – ара оло йәштәгеләр көнө менән!!!

Көҙҙөң ҡояшлы ла, алтын да , бер аҙ моңһоу ҙа, төрлө төҫтәр менән балҡыған сағыу ҙа мәле - 1 октябрҙә Халыҡ – ара ололар көнө билдәләнә!!!
Ошо уңайҙан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте оло йәштәге кешеләрҙе, шулай уҡ нәшриәттә арымай – талмай оҙаҡ йылдар эшләп, китап сығарыуҙа һәм баҫтырыуҙа үҙ өлөшөн индергән, үҙ көстәрен йәлләмәй түккән хаҡлы ялдағыларҙы, ветерандарҙы, китап авторҙарын, әҙәбиәт һөйөүселәрен матур байрам менән ихлас ҡотлай һәм намыҫлы башҡарған эштәренең барыһы өсөн дә оло рәхмәтен белдерә.
Ныҡлы һаулыҡ, әүҙем оҙон ғүмер, именлек һәм күңел көрлөгө теләй!!!
01.10.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика