Халыҡ шағирҙары ижады

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап » нәшриәтендә донъя күргән Башҡортостандың халыҡ шағирҙарының китаптары, уларҙың ижады менән китап уҡыусыларын таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Был китаптар әҙәбиәт, башҡорт шиғриәтен һөйөүселәрҙе битараф ҡалдырмаҫ, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

  Хәсән Назар. Һайланма әҫәрҙәр.

  Бөгөнгө башҡорт шиғриәтенең  кимәлен билдәләүсе шағирҙарыбыҙҙан Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге  Дәүләт премияһы, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты Хәсән Назарҙың «Һайланма әҫәрҙәр» йыйынтығында 1960-2016  йылдарҙа  ижад ителгән шиғырҙары, поэмалары тупланған.  Уйы тәрән, рухы  юғары шағирҙың  әҫәрҙәре милли аһәң, донъяға фәлсәфи ҡараш  менән һуғарылған, заман заңына сорналған.

  Марат Кәримов. Күңелемдә ҡуйын дәфтәре.

  Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримовтың  «Күңелемдә ҡуйын дәфтәре» китабы – төрлө йылдарҙағы уй-фекерҙәр, күҙәтеү-уйланыуҙар, ҡыҙыҡлы хәлдәрҙән торған тупланма.

  Ҡәҙим Аралбай. Йыр йылыһы.

  Башҡортостандың халыҡ шағиры, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбайҙың 75 йәшенә нәшер ителгән  был китабында һуңғы йылдарҙа яҙған яңы поэмалары, шиғырҙары һәм робағиҙары йыйылған.

  Абдулхаҡ Игебаев. Ғүмер аяулы.

  Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев  исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Абдулхаҡ Игебаевтың  был йыйынтығына төрлө йылдарҙа ижад ителгән һәм өр-яңы әҫәрҙәре индерелгән, йыйынтыҡ бик үҙенсәлекле төҙөлгән.

  Факиһа Туғыҙбаева. Һандуғастың тыуған иле.

  Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле шағирә Фаҡиһа Туғыҙбаева  - бөтөн ғүмерен балалар  матбуғатына арнаған әҙибә, «Һандуғастың Тыуған иле »йыйынтығы бик үҙенсәлекле китап – башҡорт телен һәм әҙәбиәтен, этнография һәм тарихты  өйрәнеүсе  бәләкәстәр өсөн  үҙе бер энциклопедия. Китапта барыһы ла бар: шағирә кескәй дуҫтарына туған телдең  бөтөн матурлығын аңлата, Тыуған ил, ғаилә кеүек изге төшөнсәләр менән таныштыра.
24.07.2020

Возврат к списку