Халыҡ һөйөүе – мәңгелек

  Кисә, 17 февраль, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Кесе  залында талантлы актер, режиссер һәм театр эшмәкәре, БР һәм РФ халыҡ артисы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшевтың "Таштуғай батырҙары: Ғаззали һәм Хөрмәтулла Үтәшевтар.Тормошо һәм ижад юлы" исемле китап-альбомының исем туйы үтте. Йыйынтыҡ күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә донъя күрҙе. Китап “Сәхнә генералы – Хөрмәтулла Үтәшев”, “Халыҡ һөйөүе – мәңгелек”, “Тыуған бишек – киң донъяға ишек”, “Ата-әсәйем мөхите” исемле бүлектәрҙән тора, унда башҡорт һәм рус телдәрендәге мәҡәләләр урын алған, 200-гә яҡын үҙенсәлекле, сағыу фотолар менән биҙәлгән.

  Хөрмәтулла Үтәшев – бөгөнгө башҡорт театрында төрлө ролдәрҙә күп төрлө  образдарҙы тыуҙырыусы, сәхнәлә төрлө йүнәлеште ролдәрендә күрһәтеүе менән тамашасыларына яҡшы таныш. Ул башҡарған һәр бер спектаклде, премьераны тамашасы әле булһа ла түҙемһеҙләнеп көтөп ала.

Кисәне Хөрмәтулла  Ғаззали улы үҙенең тормош һәм ижад юлы хаҡында башынан-аҙағынаса шундай ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп бәйән итте, һәр тамашасы, сараға килгән ҡунаҡ иҫе китеп, рәхәтләнеп тыңланы. Бер туған апайҙары Фәриға һәм Рәхимә ханымдар уның бала, йәш сағындағы шуҡлыҡтарын, башҡа ваҡиғаларын иҫкә алып үттеләр. Педагог, актриса, театр режиссеры, профессор, Башҡорт АССР ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, йәш Хөрмәтулланы Сәнғәт институтының  театр бүлегенә ҡабул иткән һәм актер уҡыған төркөмдө етәкләгән Фәрдүнә Ҡасимова  был китаптың иң-иңдәре булыуын, уҡыусыһының  яңы  ғына мәктәпте тамамлап, бергә уҡый башлаған курсташтарына терәк-таяныс булып,  үҙенең тәрбиәле һәм ярҙамсыллығы  менән башҡаларҙан айырылып тороуын  телгә алып, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.  Артабан һүҙ  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан ”Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаеваға, шағирә, журналист, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллинаға,  “Вечерняя Уфа” гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Илүзә Капкаеваға,  коллегаларына, дуҫтарына һәм яҡташтарына  бирелде.

  Сараға килә һәм ҡатнаша алмаусалыр өсөн презентация параллель рәүештә онлайн форматта  ойошторолдо.

  Хөрмәтулла Үтәшевтың китабына арналған был кисә ысынлап та бик матур булды.  Алһыу Бәхтиева, Сәғиҙулла Байегет, Иҙрис Кәлимуллин башҡарыуындағы йыр-моңдар менән аралашып барҙы, Урал Иҙелбаев етәкселегендәге театр оркестры уйнауы аҫтында үтте.

18.02.2021

Возврат к списку