Әкиәт уҡып үҫәм

Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады бик бай һәм күп төрлө. Әкиәт жанры йәнлелеге, тылсымлы ваҡиғаларҙың мауыҡтырғыс булыуы менән үҙенә саҡырып тора.
Борооон-борооон заманда... тип башлана күпселек әкиәттәр. Уларҙа һүрәтләнгән геройҙар һәр заманда ла осрай. Яҡшылыҡ, изгелек, ғәҙеллек, батырлыҡ өҫтөнлөк иткән, мөғжизәгә бай әкиәттәр балаларға айырыуса ныҡ оҡшай.

Һеҙгә тәҡдим ителәсәк "Бәхет күле" тип аталған йыйынтыҡҡа бик борондан быуындан быуынға түкмәй-сәсмәй тапшырылып килгән башҡорт халыҡ әкиәттәренең аҫыл өлгөләре тупланды. Кешелек яҙмышына ҡурҡыныс менән янаған яуыз көстәргә ҡаршы ил азатлығы һәм тыныслығы өсөн йәнен аямай көрәшкән батырҙар изгелекле, ғәйрәтле, ғәҙел булыуҙары менән һоҡланыу уята. Әкиәттәрҙә яманлыҡ ҡылыусы геройҙар ниндәй генә булмаһындар, уларҙы һәр ваҡыт изге йәндәр, көслөләр, зирәктәр еңеп сыға.

В сборник под названием "Озеро счастья" включены сохранившиеся с давних пор и передававшиеся из поколения в поколение яркие образцы башкирских народных сказок. Благородные, сильные, справедливые батыры, отважно сражавшиеся за мир и свободу Родины, вызывают восхищение. Какими бы коварными и хитрыми ни были отрицательные персонажи сказок, их всегда побеждают добрые, решительные и находчивые герои.
17.11.2021

Возврат к списку