«Кинйә» романының беренсе китабы сыҡты

«Кинйә» романының беренсе китабы сыҡты

     Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә» исемле тарихи романы башҡорт старшинаһы, абыҙ, 1773–1775 йылдарҙағы Е.И. Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Пугачевтың баш полковнигы Кинйә Арыҫлановҡа арналған.
      Романдың «Тапалған йәйләү» тип аталған беренсе китабында Кинйәнең үҫмер сағы, уның егет ҡорона инеү осоро һүрәтләнә, буласаҡ яугир һыҙаттарына ишара яһала. Рәсми сығанаҡтарға таянып ижад ителгән был әҫәрҙә ихтилалға килтергән сәбәптәр барлана, башҡорт халҡының ҡатмарлы тормошо тасуирлана, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте күрһәтелә.
      Тарихи ысынбарлыҡ менән әҙәби уйҙырманың тәбиғи рәүештә үрелеп барыуы китапты уҡымлы һәм халыҡсан итә. Баҫма яҙыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ғәли Ғизетдин улы Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала.
      Китапты нәшриәттең фирма магазинында (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтында һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.
26.08.2016

Возврат к списку